Баш ҡалала боронғо йорттарҙың яҙмышын хәл итеү буйынса бәхәстәр ҡыҙа

Баш ҡалала боронғо йорттарҙың яҙмышын хәл итеү буйынса бәхәстәр ҡыҙа 16.11.2015

Торлаҡ төҙөүселәрҙең Өфөнөң тарихи үҙәгендәге ер участкаларына күҙе ҡыҙһа, халыҡ архитектура сәнғәте һаналған объекттарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү яҡлы. Һүҙебеҙ Зенцов урамындағы 47-се йорт тураһында.

Архитектура ҡомартҡыһы һаналған Тикунов йорто. Уны картала тиҙ генә табып булмай, сөнки ул хәҙер юҡ. Йә иһә билдәләнмәгән. Был фотолар 2000-се йылдар башында төшөрөлгән. Объекты төҙөкләндереү ҙә көн кеүек асыҡ.
2010-сы йылда был объект шәхси ҡулдарға күсә. Әлеге ваҡытта йорттоң тик стеналары ҡалыуға ҡарамаҫтан, күп йыллыҡ тарих һаҡлай.
Дәүләт тарафынан ул мәҙәни ҡомартҡы булараҡ һаҡлана. Шуға ла йорттоң бер генә кирбесен ҡуҙғатыу өсөн дә килешеп эшләү талап ителә. Тик шәхси компания хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш барышында объекттың күп кенә өлөшө үҙгәрә, тип билдәләйҙәр Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығында.
Айнур Фәхриев, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ милек мәҙәни мираҫ объектарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең әйҙәүсе белгесе:  «Әлеге объект Мәҙәниәт министрлығының рөхсәтенән тыш, йорттоң уң яғынан панелдәр урынлаштырылған. Шулай уҡ, үҙенсә ҡиммәтле һаналған Рәсәй империяһы гербы аттигы емереп, яңыса эшләнгән. Быны ведомствонан алған махсус лицензияһы булмаған ойошма төҙөкләндергән».
Ә ойошма етәкселеге был һүҙҙәрҙе кире ҡаға. Тикуновтар йортон реставрациялау өсөн ике йыл элек Башҡортостан мәҙәниәт министрлығына тейешле документтар тапшырылған. Тик яуап ҡына юҡ.
Андрей Зинуев, милексе:  «Әгәр штраф тураһында һүҙ сыҡһа, көлкө, мин яңы милексегә йортто һатам. Ул үҙенсә эшләйәсәк. Мине ҡалалағы был майҙан ҡыҙыҡһындыра, объектты төҙөкләндереү ҙә ҡыҙыҡлы. Тик көрсөк шарттарында уны нисек күтәреп була?! Барыһына ла бит аҡса етмәй».
Әйткәндәй, әлеге йорт милексеһе уны башҡа ҡулдарға бирергә әле үк документтар әҙерләй. Һөйләшеүҙәр бара. Ә дәүләт тарафынан мәҙәни ҡомартҡы һаналған йорттоң киләсәге билдәһеҙ, ҡала хакимиәтенән дә яуап та юҡ. Дөрөҫөрәге, эш һылтаныуҙарға ҡоролған. Беҙҙең ижади төркөм ваҡиғалар үҫешен артабан да күҙәтеп барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку