Баш ҡалала «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале сиктәрендә ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре бүләкләнде

Баш ҡалала «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале сиктәрендә  ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре бүләкләнде 29.10.2015

Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан иң яҡшы янғын һүндереүсе, ҡарауыл етәксеһе, янғын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре тәбрикләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре эштәрен юғары баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Иң күп наградалар коллегаларыбыҙға - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарына эләкте. Улар араһында – «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Максим Окунев, «Позывной барс» һәм «Следопыт» проекттары авторы һәм етәксеһе Гүзәл Хәмитова, «Сәләм» программаһы алып барыусыһы Дмитрий Каретко, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Тау-тау хәбәр» тапшырыуы махсус хәбәрсеһе Екатерина Пономарева бар. Шулай уҡ бүләкләү тантанаһында Бөйөк Еңеүгә арналған ижади конкурсҡа йомғаҡ та яһалды.
Владимир Андреев, «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале еңеүсеһе:  «Мин үҙемдең ҡарт олатайым тураһында ижади эш яҙҙым. Ул һуғышҡа тәүгеләрҙән булып алынып,  Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша. Ҡәҙерле кешемдең фотоһы һаман да Бөрө хәрби комиссариатында элеүле тора. Мин уның менән ғорурланам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку