Баш ҡалала ҡар күпләп яуһа ла, күп кенә төбәктәрҙә яуым-төшөм күләме әллә ни юғары түгел 16.12.2014

Шуға ҡарамаҫтан район-ҡалаларҙа Яңы йыл байрамына әҙерлек, шыршы һәм боҙ майҙансыҡтарын биҙәү йылдам бара. Баймаҡ ҡалаһында төп шыршы икенсе йыл инде Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында ултыртыла. Ҡарҙың наҡыҫлығы боҙ ҡаласығын төҙөүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, Яңы йылдың төп символы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу боҙҙан эшләнә.

Көньяҡ райондарҙы йәй ямғырҙар, ҡыш ҡар бураны ла урап үтә. Декабрь уртаһы булһа ла һауа торошо ноябрҙе хәтерләтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре ял паркындағы шыршы тирәләй һырғалаҡтар, боҙ һындар эшләү менән мәшғүл. Ҡар булмағанлыҡтан ул боҙҙарҙы бер‐береһенә йәбештереү өсөн генә һаҡлап ҡуланыла.
Һәүәҫкәр рәссам Юлай Янбаев төп шыршы тирәләй урын аласаҡ боҙҙан ҡыш бабай һәм ҡарһылыу, башҡа әкиәт геройҙарын яһай. Боҙҙан скульптуралар һындар тыуҙырыу ҡыйын, әммә күңелгә яҡын эшем‐ти ул. Элекке йылдарҙа ул үҙендәге һәләтте ныҡлап ғәмәлдә ҡулана башлай. Заказ буйынса алтаҡта, плакат‐яҙыуҙар эшләй. Тиҫтә йылдар самаһы ул ҡаланың боҙ ҡаласығын эшләүҙә ҡатнаша
Әле паркта эш ҡайнай. Боҙ Граф күленән килтерелгән. Яңы йыл байрамдары яҡынлашыу менән был урын балаларҙың ғына түгел өлкәндәрҙең дә яратҡан ял урынына әйләнә.
Әйткәндәй иң бейек һырғалаҡ Таналыҡ быуаһының теге ярындағы тауҙа эшләнгән. Эшселәр һыу һибеп уны рәткә килтергән.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика