Баш ҡалала аҡса түләп фатирын ала алмаусы дүрт ғаилә осрағы буйынса сираттағы суд ултырышы үтте

Баш ҡалала аҡса түләп фатирын ала алмаусы дүрт ғаилә осрағы буйынса сираттағы суд ултырышы үтте 17.09.2014

Әйтергә кәрәк, бәхәс инде 10 йылға яҡын дауам итә. Эш һатып алыусыларҙың ғәмһеҙлегендәме, әллә хәйләкәр мутлашыусыларҙамы?

Өфөнөң Совет районы судында, ғәҙәттәгесә, халыҡ күп. Бында 2005 йылдан дауам итеүсе осраҡ буйынса ултырыш бара. Зыян күреүселәрҙең береһе Сәриә Алтынбаева әйтеүенсә, енәйәт эшен ҡуҙғатыу уларға еңел бирелмәй.

Сәриә Алтынбаева, зыян күреүсе: «Путинға «ҡыҙыу линия»ға шылтыратҡас ҡына Башҡортостандың Эске эштәр идаралығы енәйәт эше ҡуҙғатты».

Алтынбаевтар торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләп, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашырға була. Тәүге түләүҙе индереү өсөн ғаилә фатирын һата, ләкин төҙөлөш тамамланғандан һуң йорт башҡа кешенеке булып сыға. Быны иҫбатлаусы документтарын күрһәтеп, ул Алтынбаевтарҙы ҡыуып сығара.

Сәриә Алтынбаева, зыян күреүсе: «Беҙҙе алдаған кешеләрҙе бер нисек тә яуаплылыҡҡа тарттырып булмай. Уларҙы белһәк тә, судҡа килмәгәстәр, ни эшләйһең инде. Полицияға, прокуратураға ла мөрәжәғәт итеүебеҙ һөҙөмтә бирмәне».

Зыян күреүселәр ҡасандыр килешеү төҙөгән ойошма инде күптән юҡ. Уның етәксеһен судҡа саҡырыу өсөн таба алмайҙар. Ләкин ғәйепләнеүсе судта баҫып торһа ла, уны яуаплылыҡҡа тарттырыу еңелдән булмаясаҡ, тип билдәләй юристар.

Валерий Шәрипов, адвокат: «Ҡыҙғанысҡа каршы, мутлашыу схемаһы бик ентекле әҙерләнә. Шуға ла ғәҙеллекте тергеҙеү ҡыйынға тура килә. Ошо рәүешле юғалған аҡсаны ҡайтарыу ҙа һирәк күренеш. Ғөмүмән, аҡса түләр алдынан тәҡдим ителгән килешеүҙең һәр хәрефен тиерлек тикшереп сығырға кәрәк».

Әммә Сәриә Алтынбаева бирешергә теләмәй. Хаҡлы ялдағы ханым мәсьәләнең осона сығырға иҫәп тота. Судтың киләһе ултырышы 24 сентябрҙә үтә. Бәлки, аҡсаны кире ҡайтарып булыр ҙа, ә бына күңел көсөргәнешенән ҡаҡшаған һаулыҡты - бер ҡасан да.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку