Баш ҡала вольерында – «айыу  туйы» 19.03.2015

Бында бер юлы биш айыу тайыштабан донъяға килгән. Ғинуар башында тыуған бәләкәй йыртҡыстар өндәренән яҙ еткәс кенә сыҡҡан. Әле улар махсус урындарҙа тотола.

Туҡлыҡлы төшкө аш, һуңынан шаярырға рөхсәт ителә. Бында балалар баҡсаһындағы кеүек. Тәрбиәсе лә бар. Ул  кескәй тайыштабандарҙы ҡарай. Ике сәғәт һайын ашата. Хатта, төндә лә. Айыуҡайҙарҙың барыһы ла һау-сәләмәт, ти вольер эшсеһе.
Айыу балалары бишәү. Тыуған көндәрен теүәл генә билдәләп булмай. Өңдән улар бер аҙна элек кенә сыҡҡан. Ләкин тайыштабандарҙың сыйылдауы ғинуар башында уҡ ишетелгән. Тимәк, уларға ике-өс ай тирәһе тип фаразларға була. Махсус урындар ҙа булдырылған, бында йылы һәм иркен. Тиреләре ни тиклем генә ҡуйы булмаһын, айыу балаларына 25 градустан юғарыраҡ температура кәрәк.
Ә был кескәй тайыштабандарҙың инәләре Даша һәм Кнопка, аталары Потап.  Улар - ситлектәрҙә... Вольер эшселәре белдереүенсә, хайуандарға яҡын килеү хәүефле. Балалары менән айырылыуҙы ауыр кисерә икән тайыштабандар.
Генетик кимәлдә кешеләргә ҡарата бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттә улар. Ләкин күнектереүселәр билдәләүенсә,  ҡулға тиҙ өйрәнәләр. Беҙҙең айыуҙар Филатовтар, Шапито цирктарында сығыш яһай, был бәләкәй хайуандар ҙа берәй заман цирк, зоопарк тамашасыһын ҡыуандырыр тигән өмөт бар.
Айыуҙар ҡышҡы йоҡонан һуң ҡояш аҫтында иркәләнеп туя алмай. Ғәҙәт буйынса табандарын имеүен дауам итә. Кескәй тайыштабандарға әлегә тышта йөрөү рөхсәт ителмәй. Улар ысын мәғәнәһендә ялда, бәхетле бала саҡта.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика