Баш ҡала киләсәге

Баш ҡала киләсәге 19.08.2014

Өфөлә «УрбанБайрам» ҡала төҙөлөшө  форумы дауам итә. Бөгөн унда ҡаланың сәнәғәт райондарын үҫтереү проекттары, экологик яҡтан яҡшыртыу юлдары өйрәнелде.  

Өфөлә сәнәғәт райондары күп, ҡала үҫеше буйынса проекттар,  тәҡдимдәр ҙә байтаҡ. Форумда Дим, Шаҡша биҫтәләрендә заманса объекттар төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Был биҫтәләрҙә халыҡ тығыҙ урынлашмаған. Яңы биналар төҙөүгә майҙан етерлек. Шаҡшала социаль һәм эконом класслы йорттар урынлашасаҡ. Черниковка биҫтәһендә яңы сауҙа һәм бизнес үҙәктәр сафҡа инәсәк. Бынан тыш, кәңәшмәлә сәнәғәт райондарҙа экологик мәсьәләне яҡшыртыу өсөн завод-предприятиеларҙы икенсе урындарға күсереү юлдары ла ҡаралды. Уларҙың биналарын төҙөкләндереү, файҙалы ҡулланыу ысулдары тикшерелде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика