Баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтарына тоннанан ашыу сәк-сәк 12.02.2016

Байрам Ғашиҡтар көнөндә, «Ҡунаҡһарай» сауҙа үҙәгендә үтә. Гиннестар китабына индереләсәк татлы ризыҡ ғәҙәттәге йөрәк түгел, ә ете тажлы ҡурай формаһында буласаҡ.

Яуаплы эшкә ун бишләп ҡатын-ҡыҙ йәлеп ителгән. Аҙна дауамында өс сменала башҡарылған сәк-сәк бешереү процессы бына -бына тамамланыу алдында. Был өлкәлә ун биш йыллыҡ  тәжрибәһе булған сәк-сәк оҫтаһы Рәсимә Мөхәмәтғәниеваның ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Аш-һыу оҫтаһы: « Сәк-сәк боронғо рецепт буйынса бешерелә, беҙ бер ниндәй ҙә яңылыҡ өҫтәмәйбеҙ,әммә күңел йылыһын, мөхәбәтте йәлләмәйбеҙ», - ти.  
Тәүге сәк-сәк Ҡазандың мең йыллығына бешерелеп, ауырлығы бер тоннаға тиклем тартһа, Өфөләгеһе өс тапҡыр ҙурыраҡ булыуы һәм милли символика - ете тажлы Ҡурай сәскәһе формаһын алыуы менән айырыла.
Артем Хәзиев, фабрика директоры: «Был ҙур күләмле эшкә беҙ тәүгә тотонабыҙ. Әммә айына дүрт тонна сәк-сәк бешереүсе оҫталарыбыҙ менән бындай күләмле эштәрҙе башҡарыу күңелле һәм сәмле. Хеҙмәткәрҙәр үҙ-ара ярыша: кемдең сәк-сәге сифатлы һәм тәмле».
Донъяның Гиннестар рекорды китабына инәсәк сәк-сәк өсөн 700 килограмм он, 7500 йомортҡа, 670 литр көнбағыш майы тотонола. Сәк-сәк өсөн Бөрйән балы һайланған. Ете тажлы татлы ҡурай сәскәһе өсөн 6 феләк бал сарыф ителгән.
Ҡурай сәскәһе берәр метр бейеклектә, өсәр ҡат шайбанан ҡороласаҡ. Уларҙы үҙ-ара метр оҙонлоҡтағы һабаҡтар менән  тоташтырабыҙ.
Әлеге ваҡытта ағас батмустарҙа ете диск әҙерләнгән, тажды тоташтырыусы һуңғы һабаҡ йыйылып бөтөү алдында. Байрам тантанаһына тиклем йәбештерелгән өлөштәр һыуытҡыста һаҡланып, Ғашиҡтар көнө алдынан «Ҡунаҡһарай» бинаһына ҡороласаҡ. «Ихлас күңелдән, наҙ ҡушып бешергән ризығыбыҙҙан ауыҙ итеүселәр мөхәббәтле һәм ғүмере буйы бер-береһенә тоғро буласаҡ» тип ҡыуана, донъяла иң ҙур сәк-сәкте бешереүселәр.
Сәк-сәк оҫталары бер айлыҡ эште аҙна дауамында башҡарған. Өфө оҫталары бешергән донъяның иң ҙур сәк-сәген Ғашиҡтар көнөндә  «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында ғашиҡтар ҙа, ғашиҡ булырға теләүселәр ҙә  тәмләп ҡарай аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика