Баш ҡала үҙәгендә емерек йорттар

Баш ҡала үҙәгендә емерек йорттар 26.02.2015

Уларҙың береһе - Ғафури урамы, 68а йорто адресы буйынса урынлашҡан. Бинаның тышында - фатир хужалары «иҫке» торлаҡтан яңыһына 31 декабргә тиклем күсереләсәк тигән яҙыу тора. Ләкин быйыл түгел, был эш былтыр уҡ башҡарылырға тейеш була.  

Ҡатын фатиры менән таныштыра. Иҙәндәге буяуҙар күптән ҡубып бөткән, түбә, стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән, уларҙан ҡом ҡойола. Мейес ярҙамында йылытылған фатирҙан шулай уҡ газ еҫе килә. Иҫкергән электр сымдарынан да янғын сығыуы ихтимал. Был күренеш Ғафури урамы, 68 а йортоноң барлыҡ фатирҙары өсөн хас. Етмеш йыл элек төҙөлгән торлаҡтың подъезы ла емерек хәлдә.
Йорт авария хәлендә, йәғни йәшәүгә яраҡһыҙ тип дүрт йыл элек таныла. Былтыр ул һүтелергә тейеш була. Тик барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡала. Фатир хужалары ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып  һаман да ошонда йәшәүен дауам итә. 76 йәшен тултырған Рәйлә Мамаева иһә бындай шарттарҙа йәшәүенә, хатта, күнегеп бөткән. Ханым йәш ғаиләләр өсөн борсола. Улар лайыҡлы тормош көтһөн ине, ти ул.
Билдәле булыуынса, фатир хужаларына социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ бүленергә тейеш. Барыһы ла йәшәү урыны менән тәьмин ителгәндә генә, йортто һүтергә мөмкин. Тик ҡайһы берәүҙәр быға һаман ҡаршылыҡ белдерә. Улар фекеренсә, яңы фатир милектә булырға тейеш, йәнәһе лә, килешеү ҡағыҙы бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй.
Ә бит уртаҡ тел тапҡансы бер нисә йыл ваҡыт үтеүе ихтимал. Шуға был эш алдағы көндәрҙә «Халыҡ фронты - Рәсәй өсөн» йәмәғәт хәрәкәте күҙәтеүе аҫтында барасаҡ. Сөнки 1943 йылда нигеҙ һалынған йортта артабан йәшәү мөмкин түгел. Махсус экспертиза уны 80 процентҡа таушалғанын күрһәткән.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика