Баш ҡалаға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ойошторған «Рәсәй -2014»экспедицияһы ағзалары килде

Баш ҡалаға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ойошторған «Рәсәй -2014»экспедицияһы ағзалары килде 12.07.2014

Автосәйәхәт 12 июнь Владивостоктан старт алғайны. 59 көн эсендә улар 39 төбәк, 8 федераль округ һәм 47 ҡаланы үтергә иҫәп тота. Өфө был маршрутта ун һигеҙенсе ҡала. Экспедиция 15 километр юл үтеп август башында Севастополдә тамамланасаҡ.

Автосәйәхәттең маҡсаты илдәге һуңғы ун биш йылдағы үҙгәрештәрҙе күрһәтеү. Экспедиция ағзалары юлдарҙың торошон, күперҙәр төҙөклөгөн һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе тикшерәсәк. Һуңғы йылдарҙа федераль һәм төбәк кимәлендәге трассаларҙы төҙөкләндереүгә һәм яңыларын һалыуға шаҡтай ҙур аҡса бүленә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары уларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын, һалынған асфальттың сифатын тикшерә. Башҡортостанға тиклем бик күп километрҙар үтелде һәм беҙ ниндәйҙер сағыштырыу яһай алабыҙ, ти автосәйәхәтселәр. Александр Васильев, экспедиция етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты: «Юлдар төрлөсә. Яҡшы урындары ла бар хәүефле урындар ҙа байтаҡ. Юлдарҙа йырындар барлыҡҡа килеүе водителдәр өсөн үтә лә ҡурҡыныс. Уяулығыңды юғалттыңмы күңелһеҙ хәлгә эләгеүең ихтимал. Хатта яңы һалынған асфальтта ла йырындар күҙәтелә. Был иһә юлсыларҙың үҙ эшен сифатһыҙ башҡарыуына ишара. Башҡортостанға ла ошо күренеш хас. Беҙ экспедиция аҙағына тиклем юлдарҙы тикшереп уның торошо тураһында ил башлығына отчет әҙерләйәсәкбеҙ». Баш ҡалала экспедиция ағзалары ШОС һәм БРИКС илдәре саммитын ойоштороусылар менән осрашты һәм форумға әҙерләнгән объекттар төҙөлөшөн ҡараны. Владивосток та күптән түгел генә күләмле саммиттар ҡабул иткәйне. Ундағы журналистарҙы Өфөнөң әҙерлеге айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Татьяна Гнездулова, журналист: «Владивостокта ла күләмле саммиттар үтте, әммә беҙҙә был эшкә әҙерлек дүрт йыл алдан башланғайны. Һеҙгә йыл ярым ғына ваҡыт бирелде. Шулай ҙа эштәр йылдам барыуы күренеп тора. Объекттарҙың яңынан түгел, ә булғандарын төҙөкләндереү ҙә эште тиҙләтә. Һәм шуныһы беҙ был төҙөлөштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң уның саммиттар өсөн генә төҙөлмәүен аңланыҡ. Улар артабан да халыҡҡа хеҙмәт итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку