Баренцев диңгеҙе фажиғәһе

Баренцев диңгеҙе фажиғәһе 12.08.2014

2000 йылдың 12 авгусында бөтә илде тетрәткән «Курск» атом диңгеҙ кәмәһенең һыу аҫтына китеүенә бөгөн 14 йыл. 118 диңгеҙсенең ғүмерен юҡ иткән һәләкәттең хәтер көнө Курск, Санкт-Петербург, Севастополь, Липецк һәм башҡа ҡалаларҙа үтә. Диңгеҙселәрҙең батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә уйылған.

Хафизовтар ғаиләһе диңгеҙселәр династияһынан һанала. Рауил Хәсән улы бер туған ҡустыһы, өлкән мичман Наил Хафизов тураһында күҙ йәштәре аша һөйләй. Ул  ҡустыһын оло ғорурлыҡ менән иҫкә ала.
Наил бала саҡтан  диңгеҙсе булыу теләге менән янып йәшәй. Хыялы тормошҡа аша. Яҡташыбыҙ Североморскиҙа хеҙмәт итә. Һуңынан яҙмышын «Воронеж»  диңгеҙ аҫты кәмәһе менән бәйләй. Туғандары уны баһадир кәүҙәле спортсы, музыка ҡоралдарында оҫта уйнаған изге күңелле ғаилә башлығы булараҡ хәтерләй. Наил Хафизов йыл һайын Башҡортостанға ҡайтып йөрөй. 2000 йылдың майында ла  тыуған  ауылында  булып китә. Тик күңеле һиҙгәндәй, ауылдашы Рәшиҙә ханымдың хәтеренә уйылып ҡалған һүҙҙәр әйтә ул.
Наил Хафизов ике тиҫтә йыл ғүмерен диңгеҙгә бағышлай. Бөтә күңеле менән яратып башҡарған эше үҙенә кинәнес килтерһә, башҡаларҙа ғорурлыҡ хисе уята. Тыуған ауылы мәктәбендәге музейҙа уға арнап мөйөш булдырылған, белем усағында уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған. Туғандары  фотоһүрәттәрен, маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп  һаҡлай. Ҡәберлеге лә тәрбиәле, яҡындары, диңгеҙселәр бында йыш  килә. «Курск» атом диңгеҙ кәмәһендә үтәсәк уҡыуҙарға ул отпускыһынан саҡыртып алына. Ялын да, һаулығын да аямаған  Әлшәй егете өсөн Баренцев диңгеҙе һуңғы һынау була. Үкенескә, диңгеҙ яратҡан яҡташыбыҙ унда мәңгелеккә ҡала.
Диңгеҙсе батырҙарыбыҙға һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ ордены» бирелә. Нисә йыл үтһә лә, улар беҙҙең арала, мәңге хәтерҙә.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку