Балыҡсылар йылғала боҙ китеүенән ҡурҡмай

Балыҡсылар йылғала боҙ китеүенән ҡурҡмай 18.03.2016

Бөгөн  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының бәләкәй суднолар буйынса  дәүләт инспекцияһы  хеҙмәткәрҙәре Өфө эргәһендәге йылғаларға рейд ойошторҙо. Улар балыҡсыларҙы иҫкәртте, әлегә йылға буйына сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирҙе.  

Ағиҙелгә өйрәктәр эйәләшкән. Йылға ағымына ҡарап,  боҙ китә тиерһең. Әммә әлегә боҙ ҡуҙғалмаған, бары һыу өҫкә ҡалҡҡан.  Ағиҙел   шарлап аға, ә ҡаршы яҡ ярҙа балыҡсылар күренә. Ҡар яуып, буранлап тороуға ҡарамай, улар иртә таңдан тәбиғәт ҡосағында.    
Балыҡсылар эргәһенә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы инспекторҙары рейдҡа сыҡты. Улар был ваҡытта боҙ өҫтөндә ултырыу хәүефле булыуын иҫкәртә. Ә был шөғөлдән кинәнес табыусыларҙың үҙ фекере.    
Ағиҙелдең бөтә ерендә лә боҙ былай уҡ ҡалын түгел. Бигерәк тә һауа температураһы нулдән күтәрелеү менән йылғаға сығыу хәүефле буласаҡ.
Әлфәрит Хәбибуллин, Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының бәләкәй  суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы  инспекторы:  «Балыҡсылар ярға яҡын ерҙә ултыра.Үҙҙәре менән ҡотҡарыу әйберҙәре лә алғандар.  Боҙ китергә күп ҡалманы. Боҙ аша йөрөргә, балыҡ тоторға, бигерәк тә техникала инергә ярамай».
Былтыр   ноябрҙә   Павловка һыуһаҡлағысында өс кеше ултырған «Нива» автомобиле һыу аҫтына киткәйне. Фажиғә һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Асыҡланыуынса улар  автомобилдә икенсе ярға сығырға булған.Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл йыл башынан республика йылға-күлдәрендә батып үлеү осраҡтары юҡ. Рейдҡа сығыусыларға  ла бәхеткә күрә, бер кемде лә ҡотҡарырға тура килмәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку