Балыҡ ҡап, яр башында ялтырап ят 12.10.2015

Өлкәнәйгәс матур шөғөлдәр менән мауығыу  ғүмерҙе тағы ла оҙайта ти, белгестәр. Хәйбулла районында йәшәүсе Клара Вәлиева гармунда уйнай, бынан тыш балыҡ тоторға ла йөрөй.

Хәйбулла районында йәшәүсе  Клара Батыр ҡыҙы яманһыулап ултырмай. Көҙгө моңһоу кистәрҙә уның йорто  гармун моңдарына күмелә. Элек гүзәл заттарға  был уйын ҡоралында  уйнау тыйыла ине ти. Әммә  ул ҡыҙыҡһыныусанлығын еңә алмаған. Үҙ аллы ғына уйнарға өйрәнһә лә һәүәҫкәр артистар менән бергә  Рәсәйҙең бик күп ҡалаларын урап сыҡҡан.
Бүздәктә тыуып үҫкән ҡыҙ хисапсы һөнәрен үҙләштерә, Хәйбулла районына килен булып төшкәс Аҡъярҙа балалар баҡсаһы мөдире булып  эшләй.Ул  РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.  Һәр ваҡыт әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән ханым   хаҡлы ялда   буш ултырырға яратмай. Уның    тағы бер матур шөғөлө бар. Өй мәшәҡәттәрен теүәлләгәс   ҡармаҡ ала ла,  һыу буйына  юллана.   Тәбиғәт менән аралашыуҙан күңел сихәте лә  алам ти.
Клара ханым балыҡ ҡаптырыу серҙәре менән дә бүлешергә ярата. Ҡармаҡ һалырға ниәтләгән,  ергә кистән ем һибеп ҡуя. Иртәгәһенә килеп бер сәғәттәй генә ваҡыт эсендә  ярайһы ғына табыш менән ҡайта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика