Балтас районында йәшәүсе Альбина менән Винер Хәйҙәршиндарҙан да бәхетлерәк ғаилә юҡтыр

Балтас районында йәшәүсе Альбина менән Винер Хәйҙәршиндарҙан да бәхетлерәк ғаилә юҡтыр 28.11.2015

Ун бала ата-әсәһе улар. Татыу ғаилә «Ата-әсәлек даны» ордены,  «Газель» микроавтобусы менән бүләкләнгән. Әлбиттә, балаларҙы ҡарауҙа төп көс ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә.

«Балалар иртәгәһе көнгә тиклем түҙер әмәл юҡ»,- тип ғәзиз кешеләрен бөгөн үк ҡотларға булған. Альбина Хәйҙәршинаға  ҡыҙҙары сәскә, сағыу картиналар әҙерләгән. Ҡулдан эшләнгән бүләк икеләтә ҡәҙерле,  ә бына ун бала әсәһе булыу - үҙе бер батырлыҡ. Ҡотлауҙар тағы ла көтөлә.
Бәхетле әсәгә байрам алдынан шиғыр-йырҙар ҙә яңғыраны. Бынан да ҙурыраҡ бүләк бармы икән?!
Ә бына иң бәләкәстәре Айгүзәл әлегә һүҙҙәр өйрәнеү менән мәшғүл. Апай-ағайҙарының һәр аҙымын ҡабатлай. Малайҙар  яҡын кешеһен иртәгә ҡотларға булған буғай. Дәрес әҙерләйҙәр. Әйткәндәй, Хәйҙәршиндарҙың өс балаһы юғары уҡыу йортонда белем алһа, дүртеһе мәктәп уҡыусылары. Ҡалғандары әле бәләкәй.
Бынан тыш, көн дә икмәк бешереү мөһим, сәйгә тәмлекәстәр ҙә кәрәк. Һатып алам тиһәң, күпкә китә. «Балалар буйға үҫеүгә ярыша, шуға өҫтәлдә бер ниҙә ҡалмаһа ине, кәйеф тағы ла күтәрелә»,- ти әсә. Ғаилә башлығы  иһә ҡатының уңғанлығына һөйөнөп бөтә алмай.
Альбина Хәйҙәршинә тегергә,сигергә, бәйләргә ярата. Буш ваҡыты була ҡалһа ҡулына энә ала. Ҡыҙҙары ла әсәһе янынан өҙөлмәй. Бейәләйен дә, ойоҡбашын да бәйләшәләр. Әйткәндәй, күп балалы татыу ғаилә дәүләт яғынан да даими ярҙам ала.
Былтыр «Ата-әсәлек даны ордены» менән бүләкләнгән Хәйҙәршиндар Республика етәксеһе ҡулынан автомобиль асҡысы ала.  Әлбиттә, ҙур ғаилә өсөн был көтөлмәгән бүләк була. Бигерәк тә малайҙары быға һаман да ҡыуанып бөтә алмай. Хәҙер ғаилә  ял итергә бергә йөрөй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку