Баллы Башҡортостан

Баллы Башҡортостан 10.09.2016

Бөгөн Өфөнөң Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында бал йәрминкәһе уҙҙы. Республика төбәктәренән килгән умартасылар һатып алыусыларға татлы ризыҡ менән бер рәттән шифалы умартасылыҡ продукциялары ла тәҡдим итте.

Баш ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркы бал ҡортондай мыжғып торған умартасылар майҙанын хәтерләтте. Өҫтәлдәрҙә  балдың ниндәй генә төрө юҡ?! Хаҡтар ҙа бигүк «тешләшмәй», былтырғы кимәлдән саҡ ҡына айырыла. Көндәрҙең эҫе тороуы  балдың кәмеүенә тәьҫир итмәй ҡалмаған.
Йәрминкәлә сауҙаға татлы аҙыҡ өсөн махсус һауыттар ҙа  сығарылды. Оҫталар билдәләүенсә, ағас һауыттарға ҡойолған бал сифатын юғалтмай, оҙағыраҡ һаҡлана икән.
Бал ҡорто продукцияларына ихтыяж ҙур. Кәсепкә яңылыҡ индереүселәр ҙә юҡ түгел. Әлшәй районында йәшәүсе Тәлғәт Хәйретдиновтың бал ҡорттары мәҫәлән, кәрәҙҙе банка эсенә йыйған. Ә Шәүәлиевтар иһә умарталыҡҡа зыян килтергән бөжәктәрҙән төнәтмә эшләй башлаған.
Сара һуңында бал йәрминкәһендә ҡатнашыусылар бүләктәр ҙә алды. Ә ҡала халҡы ҡыш буйына етерлек шифалы аҙыҡҡа эйә булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика