Халыҡ-ара, Рәсәй конкурстары еңеүселәрен әҙерләгән уҡыу йорттары матди яҡтан дәртләндерелергә тейеш
Был турала бөгөн  Республика башлығы  һөнәри оҫталыҡ  ярыштарында еңеү яулаған колледждарҙың  педагогтары һәм студенттары менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда  һүҙ матди-техник базаны нығытыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән йәш белгестәрҙе  эшкә урынлаштырыу хаҡында ла барҙы.  Еңеүселәргә бүләктәр ҙә тапшырылды.
20 / 11 / 2017 174
Үҙе иҫән, әммә паспорты буйынса мәрхүм
Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиеваны иҫән килеш мәрхүмдәр исемлегенә индергәндәр. Һәр хәлдә , интернеттағы сайтта шулай теркәлгән. Уға банкта кредит бирмәйҙәр, һәм тиҙҙән пенсия алыуҙа ла проблема килеп тыуыуы мөмкин. Ни өсөн тере кеше реестрҙа мәрхүм булараҡ теркәлгән?
20 / 11 / 2017 207
Мәктәп автобусының ватылыуы уҡыусыларҙы белем алыуҙан мәхрүм иткән
Беҙҙең редакцияға Благовещен районы Ошмянка ауылында йәшәүсе ата-әсәләр мөрәжәғәт итте. Улар күрше ауылға йөрөп уҡыған балаларының бер айҙан ашыу транспортһыҙ ултырыуына зарланған. Сараһыҙҙан, өлкәндәрҙең күбеһе үҙ техникаһында йәки такси яллап балаларын мәктәпкә йөрөтөүен-йөрөтә. Әммә барлыҡ ғаиләләрҙең дә бындай мөмкинлеге юҡ.
20 / 11 / 2017 243
Сибай ҡала советы депутаттары муниципаль биләмәнең яңы башлығы өсөн тауыш бирҙе
Был вазифаға  Рөстәм Афзаловтың кандидатураһы  раҫланды. Быға тиклем ул Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс буйынса урынбаҫары булып эшләгән.
20 / 11 / 2017 204
Бөгөндән Өфөнөң электр транспортында банк карталары менән иҫәпләшергә мөмкин
Бер йыл элек пассажирҙар уңайлығы өсөн трамвай һәм троллейбустарҙа «Виза» картаһы аша түләү индерелгәйне. Әлеге үҙгәрештәрҙән һуң электр транспорттарында «Мир», «Мастер Кард» карталары ҡулланыла башланы.
20 / 11 / 2017 169
Үкһеҙ етемдең яҡын туғандары бармы?
Республика социаль приюты хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына ошондай һорау алдында ҡала. Әлеге ваҡытта  бында 130 бала реабилитация курстары үтә. 9 октябрҙә социаль приютҡа урынлаштырылған үҫмер яҙмышын  хәбәрсебеҙ  барланы.
20 / 11 / 2017 254
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.11.2017
24 ноябрҙә Санкт-Петербургта «Тайфун» бәләкәй ракета карабын һыуға төшөрөргә иҫәп тоталар. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың «Пелла» суднолар төҙөү предприятиеһында эшләнгән был төр караптар алыҫ диңгеҙ зонаһында үткән һынауҙарҙа үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан күрһәткән.
20 / 11 / 2017 187
Ауыл өҫтөндә аҙан
Мәләүез районы Муллағол ауылында «Нәсимә» мәсете сафҡа инде. Иман йорто Муллағолдарҙың ауылдашы, Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлиховтың ярҙамы менән төҙөлдө.  Мәсет асыу тантанаһы урындағы халыҡ өсөн оло байрамға әйләнде
20 / 11 / 2017 163
Башҡорт автономияһын иғлан итеүҙең 100 йыллығына - 100 шәхес проекты буйынса урындарҙа фекер алышыуҙар, ошо тарихи ваҡиғаларга арналған түңәрәк өҫтәлдәр старт алды
Бөгөн үҙҙәренең шәхестәре билдәләнгән төбәктәрҙә уларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр ҙә башланган. Бөтә Донья Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡатнашлығындагы  йыйын  Баймак районынын Темәс ауылында ла  үтте. Тап бер быуат элек ноябрь айында  Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең  сираттағы йыйылышын да ошо ауылдын волость идаралығы бинаһында үткәрә.
20 / 11 / 2017 175
Төрки шағирҙары әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән
Башҡорт, татар, ҡырғыҙ, уйғыр, болғар һәм башҡа телдәрҙә яҙылған шиғырҙарҙы тәржемә итеү менән «Истоки» гәзите хәбәрселәре бер йылдан ашыу шөғөлләнә.
20 / 11 / 2017 234
Иглин районы мәктәптәрендә юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған саралар үтте
Район биләмәһендә 10 ай эсендә генә туҡһандан ашыу авария теркәлгән. Уларҙа 19 кеше һәләк булған, 130-ҙы тән йәрәхәттәре алған.
20 / 11 / 2017 156
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Сапсындырып суйын саптарын
Әйҙә киттек Салауат һәйкәленә! Унда нишләйбеҙ һуң? Салаваться будем, тип шаярта хәҙерге йәштәр. Ләкин был  шаяртыу ҙа Салауат Юлаев һәйкәленең ни тиклем популяр урын булыуына ишара. Ысынлап та, батырыбыҙ һәйкәле янында барлыҡ тойғолар баш ала. Рух та, сәм дә, ғорурлыҡ, илһөйәрлек, шул уҡ мөхәббәт тә.
19 / 11 / 2017 265
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Дүшәмбе Чечен республикаһына Сүриәнән махсус авиарейс ҡайтты
Борт Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте менән һуғыш барған сит илдән ҡырҡтан ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙы алып ҡайтты. Улар барыһы ла беҙҙең ватандаштар. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм сабыйҙар. Ҡасандыр радикаль дин тәьҫиренә бирелеп  һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ ғаиләләре.
19 / 11 / 2017 215
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа бәйле тағы бер халыҡ яратҡан урын барлыҡҡа киләсәк
Батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә уның ауылы тергеҙеләсәк. Йәшәү өсөн түгел, этнотуризмды үҫтереү маҡсатында. Проект авторҙары уны мөмкин тиклем боронғо оригиналға  оҡшатып эшләргә уйлай. Килгән ҡунаҡтар башҡорттоң көнкүреше менән танышып ҡына ҡалмай, үткәндәргә сәйәхәт ҡыла ала.
19 / 11 / 2017 167
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл Истанбулда үткән бөтә донъя умартасылар йыйынында Башҡортостан үҙен планетаның баллы йөрәге булараҡ танытты
Дөрөҫ беҙҙең бал иң татлыһы, шифалыһы. Ләкин йөрәк булғас бит тотош организмды, йәғни донъяны бал менән тәьмин итергә тейеш. Әлегә, Башҡортостан һатыуға сығарырлыҡ ун мең тонна тирәһе татлы ризыҡ етештерә. Умартасыларға донъяуи баҙарға киңерәк сығыу өсөн бер-нисә кәртә ҡуйылған.
19 / 11 / 2017 258
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Киләһе йылдан уҡыу йортон тамамлап төпкөлдәргә эшкә ҡайтыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк
Быға тиклем эшкә ҡайтыусыларҙы дәртләндереү аҡсалары биреү - бирмәүҙе хужалыҡ йә предприятие үҙе хәл итә ине. Ә быныһы инде хөкүмәттең мотлаҡ финанс ярҙамы. Һөнәрселек училищеларын тамамлауыслар өс йөҙ мең һум алһа, юғары уҡыу йортон тамамлап ауылға эшкә ҡайтыусылар ярты миллион һум аҡса аласаҡ.
19 / 11 / 2017 209
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Тураһын әйткән...
Уттан ҡасып, һыуға төшкән. Йәмғиәттә яңы хеҙмәт-антиколлекторҙарҙың барлыҡҡа килеүен шулай аңлатырға мөмкиндер. Кредиты түләй алмай бурысы барлыҡҡа килгәндәрҙе гүргә индерә яҙып ыҙалатҡан коллекторҙарҙы закон менән ауыҙлыҡлағайнылар антиколлекторҙар барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә улар халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. Ә ысынында нисек һәм улар ниндәй эш алымдары ҡуллана? Һорауға яуапты Гүзәл Ситдиҡова эҙләне.
19 / 11 / 2017 236
Аҙна яңылыҡтары. Дайджест
Башҡортостан башлығы Указы менән Марат Шәрәфетдинов республиканың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. Марат Искәндәр улы Йәрмәкәй районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1991 йылда кирбес заводында башлаған. Һуңғы ете йылда ул төбәктең урман хужалығы министры урынбаҫары булып эшләгән.
19 / 11 / 2017 186
Фольклориада ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли-мәҙәни ҡомартҡылары менән танышасаҡ
2020-се йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара сарала ҡатнашыусыларға халҡыбыҙҙың боронғо милли кейем, биҙәү әйберҙәре  күрһәтеләсәк.
18 / 11 / 2017 196
Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә юл ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә
Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡарары менән 2005 йылдың октябрендә булдырыла.
18 / 11 / 2017 161

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 715 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика