Баланы мәктәпкә әҙерләү бер, уға белем алыуҙа ярҙам итеү - икенсе мәсьәлә

Баланы мәктәпкә әҙерләү бер, уға белем алыуҙа ярҙам итеү - икенсе мәсьәлә 31.08.2015

Уҡыусының дәрестә иғтибарлы, тыңлаусан булыуы дөрөҫ һәм ваҡытында туҡланыуға ҡайтып ҡала.Был юҫыҡта мохтаждарға бюджеттан адреслы дотация ла ҡаралған. Тик быйыл баш ҡалала күп балалы ғаиләләр был ярҙамдан мәхрүм ҡалған. Шул уҡ ваҡытта яңы уҡыу йылына мәғариф тармағында  аныҡ бурыстар ҡуйылған, үҙгәрештәр ҙә етерлек.

Оксана Мирсәйәпова Белем байрамына улының кейемен әҙерләй. Ғаиләлә аҡса яғы наҡыҫ булғас, малайға мәктәп кәрәк-яраҡтары тулыһынса һатып алынмаған. Шулай ҙа борсолорға урын юҡ. Былтырғы уҡыу формаһы бынамын тигән, ти әсә.
Мирсәйәповтарҙың фатиры балаларҙың шат тауыштарына тулған. Малай-ҡыҙҙар геү килә. Хәйер, дәүләттән мохтаж ғаиләләргә матди ярҙам ҡаралған. Шулай ҙа атай кеше иңендә - ҙур яуапылылыҡ ята. Көнөн-төнөн йоҡламайынса эшләргә тура килә, ти ул.
Етмәһә, 1 сентябрҙән баш ҡала мәктәптәрендә күп балалы ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға туҡланыуға адреслы дотация йүнәлтелмәйәсәк. Уҙған уҡыу йылында  финанс ярҙам көнөнә 6  һум тәшкил итә ине.
Ә бына етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға, шулай уҡ социаль яҡтан хәүефле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға адреслы дотацияның күләме биш һумға артҡан. Хәҙер ул көнөнә 35 һум.
Бынан тыш, мәктәптәрҙә уҡытыу системаһына ла үҙгәрештәр индерелгән. Улар, тәү сиратта, мәғариф тармағының үҫешенә килтерер тип көтөлә. Шулай уҡ республикала яңы белем усаҡтарының төҙөлөүе лә - ыңғай күренеш.
Иртәгә өс яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ.. Күгәрсен, Баймаҡ, Яңауыл райондарынан барлығы 400-ҙән ашыу бала уңайлы шарттарҙа белем аласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанда  уҡыусылар һанының күбәйеүе лә күҙәтелә.
Мәктәптәрҙә капиталь ремонт ваҡытында яһалған. Яҡты кабинет ишектәре иртәгәнән балаларҙы ҡабул итәсәк. Быйыл урындарҙа тәрбиәүи эште йәнләндереү ҙә күҙаллана. Бының өсөн төрлө конкурс, асыҡ дәрестәр үткәреү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерлек кимәлен яҡшыртырға кәрәк. Әлегә Башҡортостан үҫмерҙәренең тәүге уңыштары ла бар.
Белем биреү кимәлен камиллаштырыу маҡсатында имтихандар буйынса эксперименттар дауам итә. Быйыл 9-сы синыф уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы йәмғеһе дүрт предметты үҙ эсенә аласаҡ. Әлегә Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса яҡшы күрһәткестәр бар, бер аҙ тотороҡлоҡ һиҙелә, ти мәғариф өлкәһе белгестәре. Шулай уҡ уҡытыуҙа ике сит ил телен өйрәнеү мөмкинлеге ҡарала.  Бының өсөн өҫтәмә дәрестәр булдырыласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика