Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр яҙмышы, уларҙың көнкүреше Башҡортостан хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә

Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр яҙмышы, уларҙың көнкүреше Башҡортостан хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә 08.07.2014

Быйыл 217 бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫа. Бөрө ҡалаһында урынлашҡан балалар йорто лагеры тәрбиәләнеүселәрҙе сығарылыш кисәһенә йыйҙы. Унда Бөрө,Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Благовещенск, Петровск, Түбә, Бүздәк, Өфө ҡалаһының 9-сы һанлы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килде.

Быйыл 217 бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫа. Бөрө ҡалаһында урынлашҡан балалар йорто лагеры тәрбиәләнеүселәрҙе сығарылыш кисәһенә йыйҙы. Унда Бөрө,Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Благовещенск, Петровск, Түбә, Бүздәк, Өфө ҡалаһының 9-сы һанлы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килде.

Бишенсе тапҡыр уҙғарылған сара бай ижади программа, тәрбиәләнеүселәрҙең ҡул эштәре, спорт уйындары менән уҙҙы. 9-11 класты тамамлаусылар балалар йортоноң ишектәрен яба, әммә бер туғандар кеүек йәшәгән егет һәм ҡыҙҙар тәрбиә биргән, үҫтергән нигеҙҙе оноторға уйламай.
Александр Крымов, Бөрө балалар йорто директоры: «Минеңсә, беҙҙең балалар йорто - берҙәм ғаилә. Өлкәнәйеп балалар йортонан сығып киткәндәр ҙә уларҙан һуң ҡалғандарҙы үҙ туғаны итеп күрә. Үткән көҙҙә балалар йортоноң илле йыллығын билдәләгәндә байрамға бөтә тәрбиәләнеүселәр ҙә тиерлек килде. Бер-береһен улар күҙ ҡарашынан һәм ярты һүҙҙән аңлап тора. Әйтерһең да улар бер туған».
Был сарала күптән түгел генә тәрбиәләнеүселәр араһында уҙғарылған республика спорт ярыштарының һөҙөмтәләре тикшерелде. Командалар араһында еңеүсе тип Стәрлетамаҡтар танылды. Ике аҙна буйына барған уйындарҙан балалар ҡәнәғәт.
Мәғариф министрлығы ярҙамы менән йыл да ойошторолоп килеүсе сығарылыш кисәһе изге йолаға әүерелгән. Сарала йәштәргә бер-береһе менән танышыу, артабанғы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыр алдынан ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге арта. Өфөнөң юғары уҡыу йорттарына инергә янып йөрөгән сығарылыш тәрбиәләнеүселәре киләсәккә ҙур өмөттәр менән ҡарай.
Сығарылыш кисәһе балаларҙың һәләттәрен күрһәтеү, спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы ҡотлау менән үҙенсәлекле булды. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ҙур тормошҡа аяҡ баҫырға, һынауҙар алдында ҡаҡшап ҡалмаҫҡа әҙер.
Зилиә Әбелғатина


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку