Балалар өсөн уңайлы мөхит

Балалар өсөн уңайлы мөхит 21.01.2015

Яңауыл районының Байғужа ауылы мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн махсус парталар һатып алынған. Тигеҙ булмаған иҙәндәр һәм бейек тупһалар ундай балаларға бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Мөмкинлектәре сикләнгән үҫмер өсөн парта артына ултырыуы ла еңелдән түгел. Хәҙер инде мәктәп шарттары яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.

Инсаф Ғилемшин, Байғужа ауылы мәктәбе уҡыусыһы: «Был парта минең өсөн бик уңайлы. Хәҙер ручка -ҡәләмдәрем өҫтәлдә ята. Элек уларҙы портфелдән эҙләүе ауырыраҡ ине». «Уңайлы мөхит» программаһына яршалы, әле белем усағында махсус терәүҙәр ҡуйыла. Мәктәптең сенсор бүлмәһе төҙөкләндерелгән. Эштәр ғинуар аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Ремонтҡа федераль ҡаҙнанан 1 миллион 400 мең, төбәк бюджетынан 600 мең һум аҡса бүленгән. Муниципаль ҡаҙна саралары ла йәлеп ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку