Балаларға сит тел үҙләштереү еңел бирелә

Балаларға сит тел үҙләштереү еңел бирелә 13.06.2015

Өфөлә йәшәүсе алты йәшлек Аня Абзалова инглиз, немец, рус телдәрендә иркен аралаша, уҡый, яҙа белә. Һәләтле бала төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнай.

Алты йәшлек Аня быйыл мәктәпкә  бара. Ҡыҙҙың уҡырға теләге ҙур, тик математика фәнен генә өйрәнгеһе килмәй. Уның өсөн тәүге урында -  тел үҙләштереү. Ҡушыу, алыу кеүек күнекмәләрҙе эшләгәнсе яңы һүҙҙәр ятлайым, ти ул.  
Аня өс йәшенән  инглиз, немец һәм рус телдәрендә һөйләшеп кенә ҡалмай, уҡый ҙа белә. Бәләкәйҙән бер уҡыған китапты кире алмаҫҡа өйрәнгән бала туҡтауһыҙ белемгә ынтыла. Шуға ла ата-әсәһе көн дә яңы китап-журнал алырға мәжбүр.
Ҡыҙ ике йәшлек туғаны менән өйҙә тик инглиз, немец телдәрендә генә аралаша. Балаларҙың әсәһе Гөлнара Абзалова - һөнәре буйынса филолог. Сабыйҙарыма сит телдәрҙе өйрәтеүе ҡыйын булманы, ти йәш әсә. Бынан тыш, Аня менән Сыңғыҙҙың башҡа шөғөлдәре лә бар.
Гөлнара Абзалова, Аня менән Сыңғыҙҙың әсәһе: «Минең балалар тырыш. Аня  синтезатор, гитарала уйнарға ярата, Сыңғыҙ пластилин әүәләй».
Бала саҡта яңылыҡ тиҙ үҙләштерелә, хәтер ҙә шәп була. Быйыл Аня ҡытай һәм француз телдәрен дә өйрәнә башлаған. Киләсәктә бар донъяны урап сығырға хыялланған кескәй полиглот бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай.
Йәй файҙалы үтәсәк. Бәхетле ғаилә әле Кипрға йыйына. Махсус лагерҙа  Аня сит телдәр буйынса белемен камиллаштырасаҡ. Был мөмкинлекте ул халыҡ-ара конкурста ҡатнашып яулаған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку