Балаларға - ҡояш йылыһы

 Балаларға - ҡояш йылыһы 01.10.2014

Хәйбулла районы ҡояш яҡтыһына бай төбәк һанала. Күк йөҙө бында һалҡын ҡышта ла асыҡ була. Быны иҫәпкә алып, ҡояш энергияһын ҡулланыусы системалар индереү һәр яҡлап урынлы. Тәүге ҡоролма райондағы иң ҙур балалар баҡсаларының береһендә урынлаштырылды.      

Балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге иң ҡаты талаптарға яуап бирергә тейештер, моғайын. Сөнки кескәйҙәр һаулығына һәр төрлө йоғонто зыян килтереүе мөмкин. Учреждениела йылы һыу булыуы үтә лә мөһим. Был мәсьәлә менән «Йәйғор» балалар баҡсаһында ҡыйынлыҡ юҡ. Ә һыуҙы йылытыу өсөн ҡояш энергияһын ҡулланыу өҫтәүенә күпкә арзан.

Быға тиклем баҡсала һыу электр ярҙамында йылытылған. Ә көн дә 200-ҙән ашыу бала йөрөгән учреждение һыуҙы күп тотона. Аш бүлмәһендә лә был уңайлыҡһыҙ ҡыйын, тип билдәләй ашнаҡсылар. Иң мөһиме - ҡояш коллекторҙары өсөн һыуыҡ та, боҙ-борсаҡ та ҡурҡыныс түгел, ҡоролма йыл әйләнәһенә хеҙмәт итә ала.

Шуныһы мөһим, ҡояш коллекторҙары балалар баҡсаһына бушлай ҡуйылған. Был республикала тормошҡа ашырылған пилот проекты. Ул уңышлы тип табылған осраҡта ҡоролма башҡа учреждениеларҙа ла ҡулланыла башлауы ихтимал.

Ҡояш йылыһы етмәгән осраҡта һыуҙы кәрәкле температураға еткереү өсөн электр уты ҡулланыла. Был режимда ла һиҙелерлек экономия күҙәтелә, ти белгестәр. Ҡоролма ярҙамында тотош бинаны ла йылытырға була, уның өсөн бары тик коллекторҙар һанын арттырырға кәрәк.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку