Бала саҡта, моряк булып, алыҫ ерҙәргә сәйәхәт итергә кем генә хыялланмай

Бала саҡта, моряк булып, алыҫ ерҙәргә сәйәхәт итергә кем генә хыялланмай 06.04.2015

Ә һуғыш йылдарында был һөнәр  абруйлынан бигерәк, иң хәүефлеләрҙән һаналған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡытында Ҡара диңгеҙ флотына Советтар Союзынан да йөҙәрләгән йәш һалдат алынған. Улар рәтендә Яңауыл районы Костин ауылынан ун ете йәшлек Нурлыхоҙа Дәүләтшин да була.

Нурлыхоҙа Дәүләтшинға һикһән һигеҙ йәш тулһа ла, унан  һаман да көс-дәрт ташып тора. Ветеран теүәл режим буйынса йәшәй. Күп йылдар колхозда эшләгән уҙаман тик ултырыуҙы өнәмәй. Йорт-ҡура эштәре менән булыша. Армияла хеҙмәт иткән йылдарын  һағынып та һағышланып та  иҫкә ала. 1944 йылда Яңауыл районынан хәрби саҡырылыш пунктына  егерме биш егет юллана. Өфөгә бер аҙнанан ғына барып етәләр. Уларҙы Севастополгә ебәрәләр.
Сираттағы отпускыһы ваҡытында  Рәйсә исемле  ҡыҙға күҙе төшә. Ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙҙың бөтә туғандары ла  яу ҡырында ятып ҡала. Ата-әсәһен дә  юғалтҡан ҡыҙ ун бер йәшенән колхоз баҫыуҙарында бил бөгә. Ул саҡта яландарҙа бәпембәнең бер төрөн үҫтереү киң таралған була.  
Һуғыштан һуң йәштәр өйләнешеп йорт һала, балалар үҫтерә. Көнө-төнө колхозға эшләйҙәр. Нурлыхоҙа Фәтих улы тракторсылар һәм механиктар  курсын тамамлап комбайнсы булып эшләй.  Бәхетле пар 63 йыл бергә ғүмер итә. Татыу ғаилә нигеҙендә бер-береңде  хөрмәт итеү, хәстәрлек һәм түҙемлек ята, ти улар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика