«Балҡы, республикам!» акцияһы сиктәрендә теләге булған һәр кем «Фармленд» дарыуханаһынан стикер, брелок һәм беләҙектән торған тупланма һатып алып, шунда уҡ отошло уйында ҡатнаша ала

«Балҡы, республикам!» акцияһы сиктәрендә теләге булған һәр кем «Фармленд» дарыуханаһынан стикер, брелок һәм беләҙектән торған тупланма һатып алып, шунда уҡ отошло уйында ҡатнаша ала 21.10.2016

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Ульяна Костина төп бүләк - велосипед хужаһы булды.

Уңыш Костиндар ғаиләһенә көтмәгәндә йылмая. Ульяна яңы уҡыу йылына фликер алырға онотҡандарын иҫләп, дарыуханаға килә. Сөнки мәктәптә һәр бер уҡыусының яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент тағыуы мотлаҡ ҡағиҙә итеп ҡуйылған. Ҡыҙ акция тураһында уйлап та бирмәй, көтөлмәгән бүләкте шатланып ҡабул итә.
Ульяна Костина, Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе: «Велосипедым юҡ ине. Киләһе  йәй уны һатып алырға аҡса йыя башлағайныҡ. Бик шатмын, сөнки хәҙер минең фликерҙарым да, велосипедым да бар».
Ҡыш көнө ҡараңғы иртә төшә. Шуның өсөн юлда йөрөгән һәр кемгә иғтибарлы булырға кәрәк. Асыҡ төҫлө кейемдә сығырға, ә иң яҡшыһы яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар эләктерергә. Фликерҙарҙы «Фармленд» дарыуханаһында таба алаһығыҙ, тупланма ни бары 125 һум.
Эльвира Тимерова, «Фармленд» дарыухана селтәре хеҙмәткәре: «Ҡалабыҙҙа акцияла ҡатнашыусылар бик күп. Һәр бер һатып алыусы менән беҙ аңлатыу эше алып барабыҙ. Улар өсөн велосипед отоу теләгенән нығыраҡ, балаларының хәүефһеҙлеге мөһим».
Шулай уҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы магазиндарҙа ла табырға мөмкин. Улар махсус беләҙектәр, значоктар итеп эшләнелә. Матур, сағыу, хәүефһеҙ элементтар портфель-рюкзактарға һәм курткаларға беркетелә. Юлда  водителдәрҙең, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүе, юл-транспорт фажиғәләренән һаҡланырға ярҙам итер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика