Бал ҡорто шифаханаһы Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында йәшәүсе Муллаяновтар умарталығында, апитерапия, йәғни нәҙекәйбилдәр менән дауалау нескәлектәрен дә үҙләштерә

Бал ҡорто шифаханаһы Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында йәшәүсе Муллаяновтар умарталығында, апитерапия, йәғни нәҙекәйбилдәр менән дауалау нескәлектәрен дә үҙләштерә 02.08.2016

Муллаяновтарҙың умарталығын күптәр  бал ҡорто шифаханаһы йөрөтә. Нәҙекәйбилдәр менән дауалау алымдарын хужалар бер йыл самаһы үҙләштерә башлаған. Тәү ҡарашҡа етди күренмәһә лә файҙаһы шундуҡ һиҙелә. Күстәр өҫтөндә биш-ун минут ятып торғанда һыҙланыуҙарың баҫыла ти хужалар.

Быға бал ҡорттарының геүләүе сәбәпсе. Нескә билкәйҙәрҙең  умарта эсенән сыға алмай. Ул тимер ҡоршау менән ныҡлап нығытылған. Шулай ҙа, аллергияһы булмаған кешене бал ҡорто саҡҡан,  ул дауа ғына булып тора.  Зөһрә Муллаянова һөнәре буйынса шәфҡәт туташы. Ә инде умартасылыҡ менән ғаилә көтмәгәндә мауығып китә. Барыһы ла тормош иптәше Флүр Муллаяновҡа  тыуған көнө уңайынан  биш умарта бүләк итеүҙән башлана.
Ә бар шөғөл ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Ғаилә умартасылыҡ менән биш йыллап шөғөлләнә. Ҡорт ҡарауҙан йәм табып, уларҙың бар үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсатында апитерапия менән дә шөғөлләнә башлай.
Апитерапия йортон булдырыу өсөн ғаилә махсус рәүештә йүкәнән йорт һалған. Уны улар бер йыл эсендә эшләп сыҡҡан. Ике яҡтан өсәр умарталыҡ. Һәр бер күстә меңдәрсә бал ҡорто.
Муллаяновтар умарталыҡтарын баҡса ихатаһына уҡ урынлаштырған. Ҡорттарға бал йыйырға ла йыраҡҡа осорға ла кәрәкмәй. Сөнки ихата тулы гөлләмә. Киләсәктә маҡсаттар юғары ти ғаилә. Тейешле лицензия алып был эште киңәйтергә иҫәп тота Муллаяновтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика