Багратион операцияһының 70 йыллығы уңайынан Өфөлә йәшәүсе ветерандарға миҙалдар тапшырылды

Багратион операцияһының 70 йыллығы уңайынан Өфөлә йәшәүсе  ветерандарға миҙалдар тапшырылды 07.08.2014

Белоруссияның дәүләт наградаһы менән бүләкләү тантанаһы был көндәрҙә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә үтә.

Белоруссияны фашист илбаҫарҙарынан  азат итеүҙә Башҡортостандан тиҫтәләрсә мең яугир ҡатнаша. Әммә бөгөн уларҙың һаны бер меңгә лә тулмай. Баш ҡаланың Хәрби дан музейында үткән сараға Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары саҡырылды.  Сараға йыйылыусыларҙы Рәсәйҙәге Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Василий Новак тәбрикләне. Ул Белоруссия халҡы исеменән һуғышта йәнен-тәнен аямаған яҡташтарыбыҙға оло рәхмәтен еткерҙе. Һуңынан ветерандарға Белоруссияны фашист илбаҫарҙарынан  азат итеүҙең 70 йыл тулыу  уңайынан сығарылған миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Юбилей миҙалдарын тапшырыу тантаналары был көндәрҙә республиканың барлыҡ  төбәктәрендә лә уҙа. Шаран районынан Ғәрәфи Сәләховты Белоруссияның дәүләт наградаһы менән йортонда бүләкләнеләр.  Тиҙҙән 100 йәшен тултырасаҡ ветеран әле Күгәрсенбүләк ауылында балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку