Баҡсалағы мул уңыш - килем сығанағы 11.07.2015

Баш ҡалала ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә, фермерҙарға һәм баҡсасыларға махсус сауҙа нөктәләре бүленгән, йәрминкәләр ҙә йәнле бара. Өфөләр йәшелсә, емеш-еләкте осһоҙға һатып ала.

Картуфтың килоһы 40 һумдан да артмай. Баш ҡалала икенсе икмәккә ихтыяж ҙур. Көнөнә биш-алты тоҡ һатабыҙ, -ти Ҡырмыҫҡалы районынан Рәсиха Хәйруллина. Бигерәк тә былтыр йүнсел баҡсаһынан мул уңыш алған. Быйыл да һауа шарттарынының баҡсасылар өсөн ҡулайлы булыуына ҡыуана.
Йәрминкәләрҙән айырмалы рәүештә,  йәшелсә менән сауҙа итеү  нөктәләре башҡалала көн һайын эшләй. Урындар ауыл уңғандарына, хаҡлы ялдағыларға бушлай бирелә. Аренда хаҡы ла бигүк ҡиммәт түгел, ти йүнселдәр. Ике йөҙ һум тирәһе. Баш өҫтө көплө булғас,  ямғыр ҙа теймәй, эҫе көндө лә уңайлы.
Надежда Әхмәтйәнова ситтә генә тороп һатыу итә. Быға ул бер ҙә борсолмай. Сауҙа урыны өсөн түләргә кәрәкмәй, һатып алыусылар ҙа етерлек. Ҡурай һәм ер еләгенең килоһын ханым ике йөҙ һум менән тәҡдим итә, ташламалар ҙа яһай.
Ауыл хужалығы тауарҙарын баш ҡала халҡы көтөп ала. Бында тәҡдим ителгән продукция сифатлы, ассортименты бай. Помидор һикһән һумға төшһә, ҡыяр, кишер, сөгөлдөр ҙә сағыштырмаса арзан. Архангел, Иглин умартасылары иһә Өфөләрҙе бал продукцияһы менән тәьмин итә.  Элек-электән үҙенең тәме, сифаты менән айырылып торған татлы ризыҡтың бер литры 350 һум тирәһе.
Күптәр өсөн баҡса - яратҡан шөғөл генә түгел, йәшәү рәүеше,  өҫтәмә килем сығанағы ла. Ямғырлы йәйҙә лә йүнселдәрҙың тырышлығы ла бушҡа китмәҫ, моғайын.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика