Баҡсаға сығып, түтәлдәргә һыу ҡойорға ашыҡмаһағыҙ ҙа була

Баҡсаға сығып, түтәлдәргә һыу ҡойорға ашыҡмаһағыҙ ҙа була 13.07.2015

Был аҙнала республикала яуым-төшөм көтөлә. Айырым райондарҙа ҡойма ямғырҙар, боҙ-борсаҡ яуыуы, көслө дауыл сығыуы ихтимал.

Йәшен йәшнәп, ямғыр яуһа - мул уңышҡа тиҙәр. Шулай ҙа боҙ-борсаҡ яуыуы баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләкте селпәрәмә килтерә. Синоптиктар билдәләүенсә, алдағы көндәрҙә лә үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Нефтекама ҡалаһында үткән йәшенле ямғыр, көслө дауыл һә  тигәнсе ағастарҙы юлдарға ауҙара. Һөҙөмтәлә - автоһәүәҫкәрҙәрҙең «ҡорос аттары» зыян күрә. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә лә ПАЗ автобусына, көслө ел арҡаһында, ҙур ағас ботағы һынып төшә. Башҡортостан гидрометеорология үҙәге белгестәре хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә елдең тиҙлеге секундына 21 метрға тиклем етеүе ихтимал.
Гөлназ Зәкиева, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең метеокүҙаллауҙар бүлеге етәксеһе:  «16, 17 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар республиканың күп райондарына тарала. Урыны менән көслө ямғыр, боҙ борсағы яуыуы ихтимал. Йәшен йәшнәйәсәк. Һауа температураһы аҙна аҙағында төндә 5-10 ,  көндөҙ - 16-21 градус ҡына йылы була».
Өфө дәүләт авиация техник университетының ғалимдары ла һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын иҫбатланы. Спутниктан алынған фотоһүрәттәрҙә сираттағы атмосфера фронтының яҡынлашыуы күренә. Үҙәк белгестәре былтыр Яңауыл, Ҡалтасы райондарындағы кеүек һәләкәтле дауылдар булыуын инҡар итһә лә, халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән тайпылмаҫҡа саҡыра.
Май, июнь айҙары йылы көндәр менән иркәләтһә, июль  айы тураһында улайтып әйтеп булмай. Географтар һауа торошоноң йылдан-йыл үҙгәрә барыуын йыһандағы глобаль күренештәр  менән бәйләй.
Йылы көндәрҙе һәр кем һағынып көтә. Йылға-күлдәрҙә, тәбиғәт ҡосағында ял итеп өлгөрмәнек, ти күптәр.
Шулай ҙа йылы көндәр менән хушлашырға иртәрәк. Синоптиктар фаразлауынса, 20 июлдән һауа торошо бер аҙ тотороҡлана.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку