Баҙар Ҡытай етештергән аяҡ кейеме менән тулы 05.01.2016

Сағыштырмаса арзан булғанға  бөтәһе лә ситтән килтерелгәнде кейергә мәжбүр. Һаулыҡҡа зарарлы тиҙәр ундай аяҡ кейемен. Ә һайлау мөмкинлеге  әллә ни юҡ та. Ә бына Туймазы районында йәшәүселәр үҙҙәрендә тегелгәнде кейә. Ҙур предприятие хаҡында һүҙ бармай. Япрыҡ ауылында йәшәүсе оҫта теккән аяҡ кейемдәре фабриканыҡынан ҡалышмай.

Матур аяҡ кейемдәре магазин кәштәһендә түгел,  ә Ғәли Шакир улының  өйөндә һаҡлана. Оҫта уларҙы үҙе тегә. Туймазы районы  Япрыҡ ауылында йәшәүсе оҫта әҙерләгән аяҡ кейемдәре фабриканыҡынан ҡалышмай. Оҙон ҡышҡы  кистәрҙә бигерәк тә эш ырамлы бара.  
Ғәли Шакир улының  бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабата   кейеп үҫә ул заман балалары. Ямғыр яуғанда уға бысраҡ тулып аптырата ине, ти.  Үҫмер күп уйлап тормай  ул ваҡытта уҡ  үҙенә итек тегеп ала.
Әрмегә барып ҡайтҡас  Октябрьский аяҡ кейеме фабрикаһына эшкә инә. Унда 40  йылдан ашыу  эшләп хаҡлы ялға сыға. Яратҡан шөғөлөн ташламай, Япрыҡ һәм күрше тирә-яҡ ауылдарҙан заказдар килеп кенә тора. Оҫта сувенирҙар ҙа эшләй.  
Ә  икенсе бүлмәлә тегеү машинаһы текелдәй. Итексенең хәләл ефете  күлдәктәр  тегеп бөтә ауыл халҡын һөйөндөрә. Байрамға булһынмы,  көндәлеккәме, үҙенсәлекле итеп  беселгән кейем һәр саҡ модала.  
Туймазы районында йәшәүселәргә аяҡ кейеме эҙләп магазинға йөрөйһө түгел. Оҫта теккән йомшаҡ ҡына уңайлы сандалиҙар, итектәр әллә ни ҡиммәт тә түгел. Иң мөһиме, экологик яҡтан таҙа,  һәм күндән тегелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика