Баҡалылар тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта 07.09.2015

Районда «Тере шишмәләр» конкурсының иғлан ителеүе менән халыҡ тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыуҙа, шишмә-йылғасыҡтар янын төҙөкләндереүҙә ихлас ҡатнаша башлай. Был бәйге ҙур бүләк өсөн түгел, тәү сиратта, халыҡ көсөн берләштереү маҡсатында ойошторола.

Көйәнтәне яурынға һалып, шишмәгә һыу алырға йыш йөрөйһөгөҙме?! Һуңғы арала Ҡамышлытамаҡ ауылы халҡында был матур ғәҙәткә әйләнгән. Улай булмай ни! Урында тау аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмә яны танымаҫлыҡ итеп үҙгәргән.
Тирә-йүнгә сафлыҡ таратып сылтыр-сылтыр аҡҡан таҙа һыу тәгәрмәсте әйләндерә. Был күренеш үҙе бер мөғжизә кеүек. Шишмә ҙур көскә эйә. Уның юлдарын таҙартып торорға ғына кәрәк.
Был ерҙе төҙөкләндереүҙә барлыҡ ауыл халҡы ҙур теләк менән ҡатнаша. Изгелек шишмәһе хәҙер таҙарып, тағы ла көслөрәк аға башланы,- ти улар. Тирә-яҡ зауыҡлы кәртәләнгән, беседкала иһә рәхәтләнеп ял итергә була. Әйткәндәй, һуңғыһы уҫаҡ ағасынан төҙөлгән.
Мәктәп уҡыусылары ла шишмә янын йәшелләндереүҙә әүҙемлек күрһәткән. «Альп тауы»н булдырыуҙа ҡатнашалар. Малай-ҡыҙҙар сәскәләрҙе әле лә һыу һибеп ҡарай. Шулай уҡ «Ауыл ситендә урынлашҡан күркәм ергә сүп-сар ырғытыусылар юҡ», - тип ҡыуана улар. Әлбиттә, шулай. Матурлыҡ, сафлыҡ символының торошо күҙ алдында ғына.
Шишмә-йылғасыҡтарҙы төҙөкләндереү район хакимиәте иғлан иткән конкурс һөҙөмтәһе. Был бәйгегә халыҡ дәррәү ҡушыла. Барлығы 17  ауыл биләмәһенең шишмәләре таҙартылған.
Ә бына Бозор ауылы халҡының фантазияһы бай һәм йөкмәткеле булыуы менән айырыла. Ҙур майҙанда - таҙа эсәр һыуҙан сәй ҡайнатып, пальмалар аҫтында ҡыҙынып ял итһәң дә була.  
Сит яҡтан килен төшөргәндә, ҡыҙға шишмә-йылға юлын күрһәтәләр. Был йоланың ауылда йышыраҡ үткәрелеүен теләп тә, урында көйәнтә, биҙрәләр ҡуйылған. Пар аҡҡоштарҙа йәш ғаиләләргә бәхет һәм именлек теләй кеүек.
Әйткәндәй, бәйге йомғаҡтары райондың 85 йыллыҡ юбилейын билдәләү тантанаһында асыҡланасаҡ. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар ҙа ҡаралған.
Юлда осраған шишмә-йылғасыҡтар сүп-сарҙан мотлаҡ таҙартылырға тейеш. Баҡалы районы халҡы ла был конкурста әүҙемлек күрһәтә. Ни тиһәң дә, һыу йәшәйеш сығанағы. Һәм уны ҡәҙерләп һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика