Баҡалыла «Сауҙа һәм туҡланыу фестивале» үтте

Баҡалыла «Сауҙа һәм туҡланыу фестивале» үтте 13.07.2017

Күләмле сара төбәктең тиҫтәгә яҡын эшҡыуарын берләштерҙе. Бәйгелә Саҡмағош районы, Татарстандың төрлө предприятие-ойошмалары вәкилдәре лә үҙ продукцияһын күргәҙмәгә сығарҙы. Икмәк комбинаттары, кафе, сауҙа нөктәләре етәкселегенең һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең бер майҙанда йыйылыуы үҙенә күрә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәрен дә киңәйтте.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы ит ярымфабрикаты», «Иң яҡшы сәк-сәк кондитер изделиеһы» һәм башҡа номинациялар буйынса еңеүсе предприятиелар билдәләнде. Байрам ҙур концерт программаһы менән тамамланды.
«Сауҙа һәм туҡланыу» фестивален ойоштороусылар артабан Шаран районына юлланды.  Башҡортостандың ауыл хужалығы буйынса консультациялау үҙәге етәкселеге урындағы фермер, эшҡыуарҙар менән осрашып, ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын ойоштороу хаҡында кәңәшмә үткәрҙе. Эре сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре ҡаралды. Әлегә продукцияны һатыу мәсьәләһе киҫкенерәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика