Баҡалы районы үҙәгендә - төньяҡ боландары

Баҡалы районы үҙәгендә - төньяҡ боландары 10.04.2017

Хайуандарҙы Риф Ғәлиуллин үрсетергә тотонған.

Ике тиҫтә йыл самаһы Себерҙә эшләү дәүерендә уларҙы күпләп аҫрау юлдарын өйрәндем, ти йүнсел хужа. Киләһе йылға януарҙар һаны арта башлар тип көтөлә. Себер һыуыҡтарына бирешмәгән болан балалары республиканың быйылғы климат шарттарына тиҙ яраҡлашҡан. Риф Тимерйән улы болан балалары  өсөн йылы кәртә лә эшләп ҡуйған. Уларҙың көндәлек рационына ҡатнаш аҙыҡ, бесән һәм алма инә. Һуңғыһын хайуандар айырыуса ярата.  Әйткәндәй, төрлө дарыуҙар эшләү өсөн ҡулланылған себер боландарының мөгөҙө  бик ҡиммәт. Әммә минең бынан табыш алырға теләгем юҡ, ти боландар хужаһы. Иң төп маҡсат, хайуандарҙы кешеләрҙән ҡурҡыу тойғоһонан  арындырыу. Ул саҡта  Баҡалыла йәшәүселәр ҙә Себер халыҡтары кеүек егелгән боландарҙа елдереүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика