Бүздәк районының Таулар ауылында йәшәүсе Мөхәмәтшиндар ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарған

Бүздәк районының Таулар ауылында йәшәүсе Мөхәмәтшиндар ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарған 18.09.2015

Уларҙың был батырлығы тураһында башҡалар ҙа белергә тейеш, тип  күршеләре беҙҙең редакцияға шылтыратты.

Ул көндө Рәнис  хәҙер тулҡынланып иҫкә ала. Егет  ауыл эргәһендәге быуаға әсәһе һәм яҡындары  менән һыу инергә барған. Һыу буйынан ҡайтырға сығырға йыйынғанда  улар  ултырған машина  ярҙан һыуға ҡолай. Уның эсендә дүрт кеше була.  
Текә ярҙан төшөп киткән машинаны ярай әле эргәлә ял итеүсе Мөхәмәтшиндар ғаиләһе  күреп ҡала. Күп уйлап тормай улар ярҙамға ашыға.
Айгөл Мөхәмәтшина, Таулар ауылында йәшәүсе: «Беҙ яр буйында инек, ҡапыл Фәйрүз тороп  йүгерҙе».
Фәйрүз Мөхәмәтшин, Таулар ауылында йәшәүсе: «Бөтәһе лә бер нисә минут эсендә булды. Машиналағы ике баланы, ике ҡатынды бер бер артлы сығарҙым. Уларҙың береһенең  йөҙө күм-күк ине. Яһалма тын алдырҙыҡ».
Руль артында Гөлнара Сәлимова булған. Машина менән боролғанда нисек итеп ярҙан тәгәрәгәндәрен аңламай ҙа ҡала. Ул икенсе ғүмер бүләк иткән ауылдаштарына рәхмәтле.
Мөхәмәтшиндар  йәш атай менән әсәй. Бер-береңә ярҙам итеп йәшәргә тейешлекте бала саҡтан  тәрбиәләргә кәрәк тигән фекерҙә улар. Юғиһә,  кешеләр араһында вайымһыҙлыҡ арта.Үҙ-үҙеңде уйламай сит кешенең ғүмерен ҡотҡарыу ни тиһәң дә аҙым һайын осрамай хәҙер. Икәүләп дүрт кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған балалары менән уларҙың әсәһе лә ғорурлана.  
Ғаиләне ҡотҡармаһаҡ ниндәй күңел менән артабан йәшәр инек икән, ти йәштәр. Бергәләп ҡылған батырлыҡтары уларҙың бер-береһенә ихтирамын арттырған.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика