Бүздәк районында йәшәүсе Әхнәф Гәрәевҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн фатир бирмәйҙәр

Бүздәк районында йәшәүсе  Әхнәф Гәрәевҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу  өсөн фатир бирмәйҙәр 09.03.2016

Әле ул иҫке йортонда ғүмер итә.Уҙған быуатта һалынған өй авария хәлендә тип табылған,әммә дүрт йылдан һуң комиссия килеп уны йәшәү өсөн яраҡлы тип акт төҙөгән. Ғаилә урындағы хакимиәт менән судлашырға мәжбүр. Ике йылда  ун ике суд үткән. Тик файҙаһыҙ.

Йорт 1968 йылда һалынған.Иҫкергән,Гәрәевтар бында дүрт балаһы тәрбиәләп үҫтергән.Хәҙер улар үҙҙәре ата-әсәһен тәрбиәләргә ҡайтҡан.Тик тыуған йорт ҡына ныҡ туҙған.Әхнәф Гәрәевтың өйө 2011 йылда  авария хәлендә тип табылған.Ул  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн район хакимиәтендә иҫәпкә торған.Әммә биш йыл буйы  инде уға фатир бүленмәй.
Клара Әхнәф ҡыҙына  фатир юллап судтан судҡа йөрөргә тура килә.2014 йылдан бирле Таулар ауылы хакимиәте менән  Гәрәевтар араһында ун ике суд үткән.Әммә  уның  ҡарарын үтәлмәй. Хатта  былтыр ведомсто-ара комиссия килеп өйҙө йәшәргә яраҡлы тип акт төҙөп киткән.
Әхнәф Ғиләжетдин  улы ғүмере буйы  колхозда эшләгән. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле йорт яңыртып өлгөрмәгән.  Икенсе төркөм  инвалидының тормош шарттарын яҡшыртыу  теләге суд юлын тапауҙан ары китмәй.
Илдар Фәйрүзов, адвокат: «Урындағы ауыл хакимиәте лә, Бүздәк районы хакимиәте лә   административ ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Суд ҡарары булһа ла ул үтәлмәй. Гәрәевтарға әхләҡи зыян  өсөн дә түләргә тейештәр ине.Ул да юҡ».
Авария хәлендәге йорттоң дүрт йылдан һуң йәшәргә яраҡлы тип табылыуы сәйер күренеш.   Суд һайын ветеран адвокатҡа аҡса түләргә мәжбүр. Үҙ хоҡуғын яҡлау өсөн Әхнәф Гәрәев  200 мең  һум аҡса сарыф иткән.  Уның ҡыҙы артабан да  ғәҙеллек юллауҙы дауам итмәксе.Тимәк,  алда әле ун өсөнсө суд буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку