Бүздәк районында Ҡаңны башҡорт ҡәбиләһенең 5-се съезды үтте 22.12.2014

16-сы быуатта Ҡаңны волосының легендар старшинаһы Минәй Солтоҡов була. Съезға  шәхестең нәҫелен дауам итеүселәр йыйылды.

Фәнир Шәрипов Ҡаңны ҡәбиләһенең тарихын тергеҙеү менән шөғөлләнә. Ул үҙе лә ошо ҡәбиләнән. Уҙаман рәссам Сәлим Гәрәев менән боронғо ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереп картиналар ижад иткән, төрлө документтарға таянып,  ҡәбилә вәкилдәренең портреттарын эшләгән. Бынан тыш, Бүздәк районында Ҡаңны ҡәбиләһенең музейын асыу ҙа күҙаллана. Әле документтар һәм экспонаттар йыйыла. Фәнир Шәрипов әйтеүенсә, Ҡаңнылар элек-электән көслө, ғәййәр ырыу булып танылған.  Хозур, мул ерҙе төйәк иткән ҡаңнылар башлыса Бүздәк районында йәшәй, шулай уҡ Туймазы, Бәләбәй, Благовар, Кушнаренко, Бөрө, Мишкә яҡтарына ла таралғандар.
Боронғо документтарҙы йыйыуға ярты быуат ваҡыт киткән.  Бүздәк районының Аҡтау ауылынан башҡорт милли көрәшенең лидеры Муллайән Халиков та Ҡаңны ҡәбиләһенән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика