Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армия сафтарында ирҙәр менән бер рәттән 6 йөҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ һуғышҡан

Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армия сафтарында ирҙәр менән бер рәттән  6 йөҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ һуғышҡан 11.03.2015

Шымсылыр, партизан отрядтары, санитарҙар, элемтәселәр,  зенитсылар перҙар, летчиктар һәм башҡалар.  Һуғыш-ҡатын-ҡыҙ эше түгел тиһәләр ҙә яугир-ҡыҙҙарҙы  һәр ғәскәрҙә осратырға мөмкин булған.

Саҡмағош районы ҡыҙы Фәғилә Ғайсина фронтҡа 19 йәшендә үҙ теләге менән китә. Үҙенән ике тапҡырға ауырыраҡ яралы һалдаттарҙы елкәһендә күтәрергә тура килә. Дошман пулялары аша үтеп, операция яһап әллә күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡала. Һуғыш йылдарында бинт, шприцтарҙың һанаулы булыуын, дарыу артынан «ҡыҙыу нөктә» аша үтергә тура килеүен бөгөнгөләй хәтерләй.
Еңеүҙән һуң да Фәғилә Фәтҡулла ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау тармағында хеҙмәт итә. 83 йәшендә ейәненең кендек инәһе була. Әле 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан күҙлекһеҙ китап, гәзиттәр уҡый. Көн дә гимнастика эшләргә лә онотмай. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында аҡ халатлы хәрбиҙәр 10 миллионлап Ватан һаҡсыһын ҡотҡара. Яраланған һалдаттарҙы дауалап ҡабат сафҡа баҫтыра.
Шәфҡәт туташы, элемтәсе, летчик, разведчик, ә берәүҙәр зенит артиллерияһында булған. Тарихи яҙмаларҙа әйтелгәнсә, фашистар һуғышта ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы фанатиктар тип йөрөтә. Уларҙы әсирлеккә алмай, күпселек өлөштә атҡандар. Шуға ла Совет ҡатын-ҡыҙы һуңғы патронын үҙендә тотҡан, бары тик дошман ҡулына эләкмәҫ өсөн...
Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армияға 980 меңләп ҡатын-ҡыҙ алына. Фронтта тик гүзәл заттар ғына айырым ғәскәри частар һәм подразделениелар ойошторола. Госпиталдәрҙә 61, элемтә һәм юл ғәскәрендә 80 процент гүзәл зат хеҙмәт иткән. Һуғышта айырыуса төнгө авиация полкы киң билдәлелек яулай. Дошмандар уларҙы «төнгө убырҙар» тип йөрөткән, сөнки унда күпселекте әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә һәм улар хәрби осоштарҙы төндә башҡарыр булған. Фашистарҙы иң дер ҡалтыратҡаны - самолеттар, двигателдәрен һүндереп, төнгө ҡараңғылыҡта шым ғына ҡайҙандыр килеп сыға ла, ҡапыл бар донъяны утҡа тота башлай.
«Төнгө убырҙар» исемлегендә данлыҡлы  осоусы Мәғүбә Сыртланова ла була. Бәләбәй ҡыҙы 700-ҙән ашыу хәрби осош яһай. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Хәйбулла районында йәшәүсе Зәйтүнә Нуриева ҡәһәрле һуғыш осорон эҙмә-эҙлекле хәтерләй. Ниндәй фронтта алышҡанын, ай-көндәренә тиклем һөйләп бирергә әҙер. 18 йәше тулғас ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ә бәлиғ булғанға тиклем ул һалдаттарға тип көндәрен колхозда, төндәрен бәйләм бәйләү менән уҙғарыр булған.
тип һуғышта башын һалған ағаһы өсөн дошмандан үсен алыу ниәтендә фронтҡа китә. Тыуған яҡтарына  1946-сы йылда әйләнеп ҡайта.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 95 ҡатын-ҡыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Светлана Савицкая был юғары награда менән ике тапҡыр баһалана. Герой исемен йөрөткән яугир яҡташтарыбыҙ  араһында Наталья Ковшова ла бар.  Өфө ҡыҙы дошманға ҡаршы снайпер булараҡ алыша. Уның иҫәбендә 130-ҙан ашыу фашист ғүмере. Ҡыҙғанысҡа уға еңеү яҙын күрергә насип булмай. Алыштарҙың береһендә ул әхирәте Мария Поливанова менән дошман ҡамауында ҡала һәм илбаҫарҙар менән бергә үҙ-үҙҙәрен граната менән шартлата. Ҡыҙҙарға үҙҙәре һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә...
Һуғыш йөҙө - гүзәл зат йөҙө булмаһа ла, бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ир егеттәр менән бер тиң тыуған иле өсөн йәнен аямайынса батырҙарса көрәшә. Бөйөк Еңеү яҙын яҡынайтыуға тос өлөш индергән гүзәл заттар һәр йыл оло байрамын тулҡынланып көтөп ала. Ә шулай ҙа иң ҡәҙерлеһе 1945-се йылдың май айы әле булһа күңел түрендә, ти яугир яҡташтарыбыҙ .
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку