Бөйөк Ватан һуғышында буй етмәҫ бәһлеүәндәр менән бер рәттән, ҡыҫҡа буйлы, әммә сос, таһыллы егеттәр ҙә алыша

Бөйөк Ватан һуғышында  буй етмәҫ бәһлеүәндәр менән бер рәттән, ҡыҫҡа буйлы, әммә сос, таһыллы егеттәр ҙә алыша 17.04.2015

1943 йылдың  февралендә Башҡортостандан ғына бәләкәй кәүҙәле мең ярым  егеткә хәрби хеҙмәткә повестка тапшырыла. Улар араһында әле 18-ҙе лә тулмаған Илья Алексеев та була.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Илья Алексеев  Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында йәшәй. Утыҙ ике йылдан ашыу Ҡарлыман һөт-консерва комбинатында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған аҡһаҡал  һәр тыуған көндө яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға ғәҙәтләнгән. Инде туҡһанға артылған уҙаман оҙон һәм бәхетле ғүмер йәшәүенең серен - хеҙмәт һөйөүе һәм кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт яҡшы мөнөсәбәттә булыуы менән аңлата. Бер  минут та тиктормаҫ, уңған кеше балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләгән.
Надежда Егорова, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Илья Алексеевтың ҡыҙы: «Атайым һәр ваҡыт йортта бөхтәлек яратты, үҙе лә тырыш һәм оҫта булды, беҙҙе лә тырышып уҡырға, яҡшы кеше булырға өндәне. Дүртебеҙ ҙә атайыма оҡшағанбыҙ. Хаҡлы ялда ла тырышып эшләп йәшәйбеҙ».
Был ыҡсым йортто Илья Герасим улы үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Бишенсе разрядлы балта оҫтаһы яҡташтарына ағасты һырлап тәҙрәләр эшләгән. Олоғая төшөп, күҙҙәре насар күрә башлағас ҡына был шөғөлөн туҡтатҡан.
Бөйөк Ватан һуғышында ул радист булып хеҙмәт итә. Грузияла дүрт айлыҡ махсус курс үткәндән һуң уны Украинаның Кировоград ҡалаһына ебәрәләр. 67-cе механикалаштырылған Александрия корпусында генерал Хасин етәкселегендәге ғәскәргә эләгә. Разведканы уңышлы үтәгәне өсөн «Батырлыҡ өсөн миҙалы» менән  бүләкләнә.
Дошман тылына ул һәр ваҡыт төндә үтеп инә. Көндөҙ бысраҡ кейемдә, ябыҡ егет дошман араһында ҡурҡмай йөрөй, бөтә мәғлүмәтте йыя, таңға табан рация аша хәрби штабҡа ебәрә.
Прибельский ҡасабаһында хәрби тематикаға арналған бер генә сара ла абруйлы ветерандан башҡа үтмәй. Омск өлкәһендә тыуған, бөгөнгө көндә туҡһанды артылған аҡһаҡал бәхетен дә , хеҙмәтенә күрә хөрмәтен дә, йәне-тәненә сихәтен дә Башҡортостанда тапҡан. Ифрат теремек, ихлас, кеселекле ветеран йәш быуындың күңелендә һуғышҡа нәфрәт тәрбиәләй, уның харабалар, ҡайғы, йән һәм тән яралары алып килеүен аңлата. Үҙе һәм яуҙаштары кисергән ғазаптар бер ҡасан да ҡабатланмаһын тип теләй. Уның миҫалында: эш буйҙа түгел, ә изге уйҙарҙа, яҡты маҡсаттарҙа икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанаһың.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку