Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған тағы ла бер яҡташыбыҙҙың шәхесе асыҡланды 30.07.2015

Ҡалтасы районында тыуып үҫкән Тимербай Илмырҙинды уның ҡырынғысында яҙылған исеме буйынса таныйҙар.  Һалдат 1942 йылдың 29 ноябрендә немец оборонаһын тар-мар иткәндә һәләк була. Был турала мәғлүмәттәрҙе Түбәнге Новгород өлкәһенең "Курган" эҙәрмәндәр отряды хәбәр итә.  Активистарҙың командиры беҙҙең студия менән телефон аша бәйләнешкә сыҡты.  

Эҙәрмәндәр хәбәр итеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яҡташыбыҙ Тимербай Илмырҙинды ерләү 13 авгусҡа тәғәйенләгән. Әммә яҡындары табылған осраҡта уның тыуған еренә ҡайтарылыуы ла ихтимал. Эҙәрмәндәр һалдаттың туғандарын белеүселәрҙән яуап көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика