Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәштәрҙән ярҙам

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәштәрҙән ярҙам 25.11.2015

Быйыл йәй Башҡортостан студенттар отрядтарына ҡушылыусылар үҙ ирке менән Бөтә Рәсәй «Удар хеҙмәт көнө» акцияһында әүҙем ҡатнашты. Уның сиктәрендә теләгән һәр кем хеҙмәт семестрын үткәндә бер көнлөк эш хаҡын «Студенттар отрядтарын үҫтереү фондына» тапшыра. Республика юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙан 25 мең һум аҡса йыйыла.

Тотош ил кимәлендә был сумма ике миллион дүрт йөҙ мең һумғаса етә. Һөҙөмтәлә ноябрь башынан алып Волга буйы федераль округында «Ветеран менән бер көн» патриотик акцияһы ойошторола. Башҡортостан хеҙмәт студент отрядтары штабы баш ҡала ветерандарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай, уларға ярҙамға килә. Йәштәр  ололарға йорт эштәрендә булыша, фондҡа һалынған аҡсаға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килә, фатирҙарында  ремонт эштәре башҡара. Киләһе осрашыу яҙға планлаштырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку