Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тейешле ярҙам күрһәтеләме? 18.11.2014

Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе Сафа Сатучин йортона һыу үткәрелмәүенә зарлана. Уҙаманға район хакимиәте 2011 йылда йәшәү шарттарын яҡшыртырға вәғәҙә бирә. Әммә проблема һаман да хәл ителмәгән.

Сафа Ҡунаҡбай улы һауыттар тотоп күрше ауылға һыуға юллана. Ҡабыҡҡыуыштан өс саҡрым алыҫлыҡта  шишмә бар, эсәр һыуҙы шунан ташыйым, ти уҙаман. Ә ауылда таҙа һыу юҡ. Шуға ла ветеранға көн дә машинаһында һыу килтерергә тура килә.
Һауыттарға һыу тултырғас, ветеран уларҙы берәм-берәм машинаһына тейәп алып ҡайта. Үҙҙәренең өйөнә һыу үткәреүҙәрен һорап ул бер нисә тапҡыр урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткән. Һыу үткәрә башлайҙар башлауын, ләкин эште аҙағына тиклем еткермәйҙәр.
Инде туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Сафа Сатучиндың тормош юлы еңелдән булмай. Ул 1945 йылда Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Аҙаҡ уның хәрби хеҙмәте Кореяла дауам итә. Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ир үҙе Сафа Ҡуҡбай улына ҡаһарманлығы өсөн миҙал тапшыра. Бөгөн  ветеран оло йәшендә тыныс һәм етеш тормошта йәшәргә хыяллана.  
Сафа Ҡунаҡбай улының йорто эргәһендә колонка ла бар. 80-се йылдарҙа ҡуйылған ҡоролманан бер ваҡытта ла һыу аҡмаған. Урындағы чиновниктар был эште аҙағына тиклем еткермәй.
Сафа Сатучиндың өйөндә бер бәйләм хаттар ята. Унда ветеран йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы һораған. Проблеманың айышына төшөнөү маҡсатында беҙ Стәрлебаш районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Төбәк етәкселәре был юлы ла   ветерандың йортона һыу үткәреләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Был эште улар аҙна аҙағына тиклем тамамларға иҫәп тота.  
Был вәғәҙә лә буш түгелдер тип ышанғы килә. Сөнки  йәнен-тәнен аямаған ветеран бындай мөнәсәбәткә лайыҡ түгел. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика