Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тағы ла йәшәү өсөн көрәшергә тура килә 16.12.2014

Был юлы үҙ хоҡуҡтарын  яҡлап. Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендәге Малая Лесозаводская урамындағы 2-се  йорт авария хәлендә, тип танылған. Әммә унда тороусылар һаман күсерелмәгән. Иҫке йортта күп балалы ғаиләләр ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла йәшәй.

Миҙхәт Тимерйән улы йәһәт кенә мейес яғып ебәрә. Ә Нәфисә Ибәтулла ҡыҙы сәй хәстәрләй. 85 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәр иртәһе ошолай башлана. Бында бер ниндәй ҙә аптырарлыҡ нәмә юҡ кеүек. Әммә бар шул. Хәкимовтар йәшәгән йорт Өфөнөң ҡап уртаһында булмаһа ла, Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан. Иҫке өй һыуыҡ. Ололар өшөмәҫ өсөн ҡат-ҡат кейенеп йөрөргә мәжбүр.
Баш ҡалала төпкөл ауылдағы кеүек ғүмер итеүсе ғаилә ғүмере буйы Фанера комбинатында эшләгән.  Ойошманан бирелгән барактың бүлмәһенә төкәтмә төкәтеп ошонда өс бала үҫтергәндәр. Һыуҙы бер нисә йыл элек индергәндәр, башҡа уңайлыҡтар юҡ.  
Совет заманында фатирға сиратҡа ла баҫа улар. Тик унан төшөп ҡалалар. Йорт уҙған быуаттың 90-сы йылдарында  ҡала ҡарамағына күсерелә. Ғаилә бер нисә йыл элек   торлаҡ юллай башлай. Тик  уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булыуына ҡул һелтәп кенә ҡарайҙар.
Фатир юллап республика башлығына ла хат яҙғандар. Был йорт ике йыл элек авария хәлендә тип танылған. Тимәк, законға ярашлы, бында йәшәүселәрҙе күсереп торлаҡ  бирергә тейештәр. Тик  иҫкеһенә  алмашҡа бирелеүсе фатирҙарға  халыҡ күсенергә ашыҡмай.  
Ринат Хәкимов, улдары: «Коммуналь фатирҙан бер бүлмә  тәҡдим иттеләр. Ул 27 квадрат метрлыҡ ине. Баш тарттыҡ. Икенсеһе бер бүлмәле фатир. Уның да майҙаны беҙҙекенән  бәләкәй ине. Ризалашманыҡ».
Нижегородка биҫтәһендә ошондай иҫке йорттар күп. Халыҡ һаулығына һәм ғүмеренә хәүефле  авария хәлендәге торлаҡта көн итеүен дауам итә.
Ә ғәҙеллекте эҙләү кәрәкмәйҙер ҙә. Уны дәүләт  хәстәрләгән. Иҫке йорттарҙы һүтеп халыҡты яңы торлаҡҡа күсереү федераль программаһы  2017 йылға тиклем ҡаралған. Әлеге ваҡытта Өфөлә 55 йорт һүтелә. Уларҙа йәшәгән  халыҡтың яртыһы күсенеп бөткән.  Ундай  торлаҡтар социаль программа буйынса түбән хаҡҡа һатып алына. Шуға уҙған быуат башында һалынған йорттарҙа йәшәүселәр хан һарайына өмөт итмәһәләр ине тиҙәр  ҡала хакимиәтендә.
Владимир Барабаш, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле: «Бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған йорттарҙа йәшәгән  кешеләр йылдар буйы беҙҙе бынан күсерегеҙ тип йөрөйҙәр ҙә. Үҙҙәре үк теге оҡшамай, был оҡшамай тип һаман йорт баштарына ишелеп килгән торлаҡта  йәшәй бирәләр. Мөмкин тиклем уларҙың теләктәре иҫәпкә алына. Үҙҙәре йәшәгән райондан да  тәҡдимдәр була, 3-5 вариантта һайлаған саҡтар ҙа бар. Был программаның төп бурысы авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе  бәләнән аралау, икенсе торлаҡҡа күсереү».
Ә утты-һыуҙы кискән Хәкимовтар күңелен төшөрөп ултыра торғандарҙан түгел. Үҙ ғүмерендә аслыҡ-яланғаслыҡты  ла, ауырлыҡтарҙы ла   еңергә күнеккән улар. Тальян гармун телдәренә  баҫып  дәртле көйҙәр сығарғанда  бармаҡтар  өйҙәге һыуыҡты һиҙәме һуң.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика