Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары дәһшәтле йылдарҙы, илебеҙ именлеге өсөн башын һалған яуҙаштарын бөгөн дә тетрәнеп иҫкә ала 29.04.2016

Федоровка районы Юрматы ауылында тыуған Иғләм Хәмитов та  Польшаны азат итеүҙә, Кенигсберг ҡалаһын штурмлауҙа ҡатнаша.

Иғләм Заһит улы  Еңеү байрамын түҙемһеҙлек менән көтә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәр миҙалдың тарихын бөгөнгөләй хәтерләй. Федоровка районының Юрматы ауылында тыуып үҫкән яугир быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Һуғыш башланғанда уға ни бары 15 йәш кенә була.
Иғләм Хәмитов 1943 йылдың ноябрендә Горьков өлкәһенә хәрби хеҙмәткә алына. Полк мәктәбендә хәрби әҙерлек үтә. Оҙаҡламай һауа ғәскәрҙәре сафында «Бастон» самолетында уҡсы һөнәрен үҙләштерә. 1944 йылда һуғышҡа инә. Яугир Кенигсберг хәҙерге Калининград ҡалаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаланы 3 көн буйы алышып штурм менән алалар. Көнөнә 2 - 3 осош яһап ергә иҫән - һау төшкән саҡта ҡыуаныстың сиге булмай торғайны ти ветеран. Иғләм Заһит улы Еңеү яҙын Германияла ҡаршылай.
Артабан Польшаның Поздонь ҡалаһында хеҙмәтен дауам итеп 1951 йылдың авгусында ғына демобилизациялана. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас ғаилә ҡора. Әлеге көндә Дилә менән Иғләм Хәмитовтар  ул һәм  ҡыҙ үҫтерә. Оло йәштәгеләр дүрт ейәнен, ике бүләсәһен һөйөп ҡәҙер - хөрмәттә ғүмер кисерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика