Бөйөк Ватан һуғышы совет халҡы һәм хәрби көстәре өсөн оло һынауҙар алып килә

Бөйөк Ватан һуғышы совет халҡы һәм хәрби көстәре өсөн оло һынауҙар алып килә 19.05.2015

Тыуған илде һаҡлауҙағы  конституцион бурысты үтәүҙә лә эске  ғәскәрҙәр мөһим роль үтәй. Эске Эштәр министрлығының кадрҙар менән идара итеү бүлегендә эшләүсе Мәжит Шәймәрҙәнов Бөйөк Ватан һуғышына 1943 йылдың авгусында алына.

Яҙмыш уға бала-сағалы, бәхетле оҙон ғүмер инселәгән.  Мәжит Солтан улы  Тыуған иленә намыҫлы хеҙмәт иткән уҙаман. Ул тиҙҙән үҙенең йөҙ йәшен туйлаясаҡ. Ғүмере буйы һәр эштә тәртип яратҡан, сәләмәт тормош алып барған шәхес милиция сержанты дәрәжәһендә  Мәскәү ҡалаһында ҡыҫҡа курслы юғары мәктәп тамамлай. Уларҙы кадрҙар резервына әҙерләйҙәр. 3-4 айҙан Төньяҡ Кавказға юллана. Был территорияларҙа ул эске эштәр идаралығы ойошторған оператив сараларҙа ҡатнаша. Һуңынан Советтар Союзының фашистарҙан азат ителгән Житомир өлкәһенә ебәрелә.
Мәжит Шәймәрҙәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Һуғышыу тигән һүҙ атышыу тигән һүҙ. Атышыу, бомба ташлау. Мин кешегә атманым, кешеләрҙе тикшерҙем. Кем нимә менән шөғөлләнгәнен, һуғыш ваҡытында кемгә ярҙам иткәнен, кемде һатҡан, кемде ҡыйырһытҡан. Барыһын да тикшерҙем».
Мәжит Солтан улы  кадрҙар буйынса айырым инспекцияны етәкләй. Фашистарҙан таҙартылған биләмәләрҙә өс кешенән торған оператив төркөм кемдең кемлеген аныҡлау өсөн ентекле тикшереү эштәрен башҡара. Кемдәр үҙ теләге менән фашистарға хеҙмәт иткән. Кемде фашистар үҙҙәренә хеҙмәт итергә мәжбүр иткән. Кемдәр совет патриоттарын атҡан. Еңеү хаҡындағы хәбәр уға  хөкүмәт бәйләнешенең   махсус рацияһы аша килә.
Мәжит  Шәймәрҙәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «30 апрелдә Житомир ҡалаһының эске эштәр идаралығыны хәбәр килде. Унда ишеттем һуғыштың тамамланыуы хаҡында».
Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында ла ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Эске эштәр хеҙмәтендә подполковник дәрәжәһенә тиклем үрләй.  Мәжит Солтан улы ғүмере буйы хәрбиҙәрсә тыйнаҡ  һәм сәләмәт тормош алып барған. 21 июндә ветеран йөҙ йәшен туйлаясаҡ. Сәләмәт тормош яратҡан яугир үҙенә ныҡлап йәбешкән сирҙәрҙе  үләндәр  һәм бал ҡорто аҙыҡтары ярҙамында еңгән. Ашау-эсеүҙә сама белеү, теләһә ниндәй тормош проблемаларын йөрәккә яҡын алмау ғәҙәте - оҙон ғүмерле булырға ярҙам итте, ти ветеран.
Мәжит  Шәймәрҙәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Был прополис - умарта ҡортоноң майы. Төрлө ауырыуҙарҙан, эске ауырыуҙарҙан, тышҡы ауырыуҙарҙан. Тәнгә шеш-фәлән сыҡһа, бәрелеп күгәрһә - ҡулланырға була».
Мәжит Шәймәрҙәновтың  шәхси китапханаһында сәләмәт тормош хаҡында меңдән ашыу китап бар. Ул үләндәр һәм физик күнегеүҙәрҙең һаулыҡ өсөн файҙаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Үҙенең бай тәжрибәһен яҡындарына ла мул өләшә.  Илебеҙ именлеген  һаҡлауға тос өлөш индергән ветеран  йөҙ йәшендә лә аҡыл айыҡлығын, әхләҡи таҙалығын, физик бөхтәлеген һаҡлап алып килгән ир-уҙаман булып ҡала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку