Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерә, күпмеһе етем ҡала

Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерә, күпмеһе етем ҡала 18.02.2015

Етмеш бер йәшен тултырған Әхнәф Тимербулатовҡа ла фронтҡа киткән атаһын күреү бәхете насип булмай. Өсөнсө гвардия кавалерия корпусының алтынсы атлы кавалерия дивизияһы ҡыҙылармеецы Волгоград өлкәһендә һәләк булған. Беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән уҙаман был хаҡта былтыр ғына белеп ҡалған.

Әхнәф Тимербулатов бәләкәй сағынан уҡ атаһын күреү теләге менән йәшәй. Ни тиһәң дә, әсә ҡарынында ятҡанда уҡ уның ғәзиз кешеһе  һуғышҡа алына. 1941 йылдың 20 авгусында ғаилә һуңғы тапҡыр осраша. Артабан ҡатын өс балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала, колхозға эшкә төшә.1943 йылдың февралендә уға ҡара ҡағыҙ килә. Әхнәф Дәүләтйәр улы атаһын күрмәй, етем ҡала. Хатта, бер фотоһүрәте лә ҡалмаған, ти ул.
Дәүләтйәр Тимербулат улы 6-сы атлы гвардия дивизияһында хеҙмәт итеп, Волгоград өлкәһенең Чернышков районында Тарасин утарын азат иткәндә һәләк була. Былтыр Әхнәф Тимербулатов Водянов утарында урынлашҡан туғанлыҡ ҡәберлегенә барып ҡайта. Мемориалға атаһының, шулай уҡ Башҡортостандан туғыҙ һалдаттың исеме була. Экранда уларҙың исемлеге күрһәтелгән. Ҡыҙылармеец Дәүләтйәр Тимербулатовтың улы был яугирҙарҙың туғандарын, яҡындарын эҙләй.
Яҡын кешеһенең ҡайҙа ерләнеүе хаҡында мәғлүмәтте ул Рәсәйҙең Оборона министрлығы «Мемориал» сайтында таба. Тәүҙә атаһының исем-шәрифен яҙғандан һуң, барыһы ла уңышһыҙ була. Шулай ҙа хаталы яҙып ҡарау - һөҙөмтәһен бирә. Һуғыш осоронда документтарҙа хаталар күп ебәрелгән. Ә яу юлында барлығы 127 мең кеше хәбәрһеҙ юғалған. Улар хаҡында мәғлүмәт табыу еңелдән түгел, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа был эшкә уҡыусылар ҙа дәррәү ҡушылды, тип белдерҙеләр бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары журналистар менән осрашыуҙа. Был йәһәттән халыҡ фронты Бөйөк Еңеүгә арналған федераль проектты тормошҡа ашыра. Уның бер йүнәлеше тап «Еңеү исемдәре» тип атала. Унда мәктәптәр менән тығыҙ эш алып барыла.
Башҡортостандың патриотик картаһын төҙөү, ветерандар менән йәштәр араһында бәйләнеш булдырыу йәһәтенән дә етди эш алып барыла. Был йүнәлештәрҙе йәнләндереү буйынса төрлө алымдар ҡулланыла. Әйтәйек, «Ветеран менән селфи» йүнәлеше бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр, шулай уҡ  сит илдән килеп белем алыусылар ҙа был сарала әүҙемлек күрһәткән.
Былтыр яуҙан ҡайтмаған һалдаттарҙы иҫкә алыу маҡсатында ойошторолған күләмле акция   - «Үлемһеҙ полк» маршына республика халҡы дәррәү ҡушылғайны. Һәр ҡала-районда үткән парадта мәктәп уҡыусылары ғына түгел, теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Ойоштороусылар «Үлемһеҙ полк» маршы быйыл да республиканың барлыҡ төбәктәрендә үтәсәк тип белдерә. Етенсе майҙа баш ҡала халҡы Ленин урамы менән Совет майҙанында йыйыласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку