Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерлектән бер кем дә ситтә ҡалмай тиһәк, һис тә хата булмаҫ 06.05.2015

Баш ҡала хеҙмәттәре парк-скверҙарҙы тәртипкә килтерә. Өфөнөң Еңеү паркында ла эш әүҙем бара. Әле бында «Мәңгелек ут» һәм һәйкәлдәр тирәләй яңы таштар түшәлгән, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолған. Парк майҙаны төрлө төҫтәге матур сәскәләр менән биҙәлгән.

Был ҡатын-ҡыҙҙар Өфөлә йыл һайын меңдәрсә төп сәскә ултырта. Ҡала урамдарында тере сәскәләр яҙ башынан күренә башлай. Уларҙы үҫтереү өсөн күп көс һалына. Сәскә батшабикәләре ҡаланы йәмләргә, һәр кемдең кәйефен күтәрергә тырыша. Еңеү көнө алдынан ҡаланы йәшелләндереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре петуния үҫентеләре ултыртыу менән мәшғүл. Был үҫентеләр йәй буйы сәскә ата.
Төрлө төҫтәге йөҙ мең төптән ашыу сәскә. Бында гөлдәрҙән эшләнгән төрлө композициялар ҙа күп. Еңеү символы - Георгий таҫмаһы, Ҡыҙыл йондоҙ. Хатта бөйөк дата ла сәскәләр менән яҙылған.
Үҫемлектәр йәй буйы матур итеп сәскә атһын өсөн уларҙы тәрбәиләргә кәрәк. Иң мөһим сара - ваҡытында һыу һибеү. Еңеү паркындағы сәскәләргә көнөнә генә 6 тонна һыу китә. Ҡайһы берҙә «Горзеленхоҙ» хеҙмәткәрҙәренә тәбиғәт ярҙамға килә.
Ямғырҙар сәскәләр өсөн шифалылы булһа ла, яҙын тәбиғәттең ҡырыҫ яҡтары ла килеп сыға. Йыш ҡына май ҡырауҙары гөлдәрҙе өшөтөп тә ҡуя. Шуға ла парк хеҙмәткәрҙәр төнө буйы дежурҙа тора. Һауа температураһы түбәнәйә башлаһа, түтәлдәргә махсус пленка ябыла.
Өфө урамдарын биҙәүсе сәскәләр Мәскәүҙән һәм Голландиянан да килтерелә. Предприятиела үҫтерелгәндәре лә. Тейешле тәрбиә булғанда, парк гөлдәре көҙгә тиклем сәскәгә күмелеп ултыра.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика