Бөйөк Еңеүгә арналған экспедиция тамамланды

Бөйөк Еңеүгә арналған экспедиция тамамланды 17.03.2017

Ҡаргиҙәрҙәге сәфәрҙең маршруты республиканың дүрт районы аша үтә. Йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәси фирҡәләр  вәкилдәре юлһыҙлыҡҡа, ҡар-буранға ҡарамай 300 саҡрымдан ашыу юл уҙҙы.  

Экспедицияла ҡатнашыусыларҙың ҡулында легендар Еңеү байрағының күсермәһе елберҙәй. Тап ҡыҙыл әләм 45-тең майында рейхстаг өҫтөнә ҡаҙала. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан тарихи символ Башҡортостандың дүрт районын урап сығасаҡ. Йөҙҙәрсә кбыл иһә  патриотик еше ошо иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булып, байраҡты үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарай ала. Ә тәрбиә йәһәтенән бик мөһим, эскпедицияның маҡсаты ла шуға ҡайтып ҡала.  Башҡортостандың халыҡ шағиры, фронтовик Мостай Кәримдең яҡташтары - Шишмә районының Келәш ауылы уҡыусылары  байраҡ менән фотоға төштө. Ошондай уҡ бәхет Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың ауылдаштары, Миәкә  районының Өршәкбаш-Ҡарамалы халҡына ла  эләкте.  Ә бына Әлшәй районының Шафран ауылында һуғыш йылдарында госпиталь була, сәфәргә сығыусылар был тарихи төбәктә лә булды.
Елена Раевская,  Әлшәй районының Шафран мәктәбе директоры: «Мин һуңғы йылдарҙа патриотик тәрбиә биреүгә дәүләт кимәлендә иғтибар артыуға бик шатмын. Сөнки әле был шаңлы йылдарҙың шаһиттары тере, уларҙан тулы мәғлүмәт алып ҡалыу мотлаҡ. Йәш быуын илебеҙҙең бай  тарихы, батырҙары хаҡында белергә тейеш».
аша үтә. Урмандарҙа көрт йырырға, яланда боҙлауыҡтар аша үтергә, йылғалар, тауҙар, йырындар аша артылырға тура килә. Тәбиғәт ҡыуаныслы мәлдәре менән дә һөйөндөрә.
Экспедицияла ҡатнашыусыларға  сәфәр барышында бик күп ҡырағай йәнлектәр менән дә осраша. Был инде уларҙың иҫәбе арта тигәнде аңлата. Ә ерле халыҡтың ҡунаҡсыллығы инде айырым иғтибарға лайыҡ.
Марина Игнатьева, Башҡортостан экскурсоводтар гильдияһы рәйесе: «Был маршрут йөрәктән сыға, мин ысын күңелдән әйтәм. Беҙ ҡаһармандар йөрөгән ерҙән үтәбеҙ. Экспедицияның даирәһе тағы ла киңерәк булырға тейеш, сөнки беҙҙең батырҙарыбыҙ күп, ә йәш быуын улар хаҡында белем бөтмәй. Илһөйәрлек ошондай ябай ғына саралар аша һалына».
Ойоштороусылар май байрамына тиклем тағы бер нисә акция ойошторорға ниәтләй. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынан «Еңеү паркы»на тиклем велосипедтарҙа сәфәр ҡаралған. Шулай уҡ Ростов өлкәһенә сәйәхәт көтөлә, унда башҡорт кавалеристарының  һуғыш йылдарындағы хәрби юлы буйлап үтеү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика