Бөйөк Еңеүгә 70 йыл

Бөйөк Еңеүгә 70 йыл 08.05.2015

Бөгөн Өфөлә  йылдың иң мөһим  ваҡиғаһына арналған  тантана үтте. Яу һәм тыл ҡаһармандарын байрам менән Республика Башлығы тәбрикәләне.  Байрамдар күп, әммә Еңеү көнө барыбыҙҙың да йөрәгендә йәшәй, тине Рөстәм Хәмитов.  «Башҡортостан» концерт залында ветрандарға бай йөкмәткеле концерт програмаһы ла күрһәтелде.  

Байрам кәйефе ишек төбөндә үк башлана,  йәштәр һәр ветеранды автобустарҙан ҡаршы алып залға оҙатып ҡуя.   Фойела инде   һуғыш  көйҙәре, миҙалдар сыңы аҫтында ҡосаҡлашыуҙар, күҙ йәштәре.  Был аңлашыла, сөнки Еңеүҙең бер күҙенән шатлыҡ, икенсеһенән ҡанлы йәштәр тама.  Бөгөнгө байрам  миллиондарса юғалтыуҙар менән яулап алынған.  9 май һайын 45-тең яҙы  иҫкә төшә, ти ветеран Заһир Мусаҡаев.
Заһир Мусаҡаев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «9-сы майҙа мин поста тора инем. знамя полка һаҡлайҙыр инем. шунда ишеттем.. Йырланыҡ та, иланыҡ та  барыһы ла булды инде. Шатлыҡ та, ҡайғы ла».
Вальс әйләнгән ветерандарға ҡарап уларҙың күбеһе 90-100 йәшкә аяҡ баҫҡан тип уйламаҫһың да. Еңеү һалдаттары бөгөн дә сафта. Фойела күргәҙмә лә ойошторолған. Бында һуғыш йылдарындағы фотоһүрәттәр менән танышырға мөмкин.  Эҙәрмәндәр отрядының стенды  «Волгоград һәм Ленинград ҡомартыҡылары» тип атала.
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы һаман яңғырай. Әле булһа ла эҙәрмәндәр отряды фронт һыҙығындә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемлеген  теүәлләүҙе дауам итә. Ошо өҫтәлдәге  экспонаттар һуңғы йылдарҙа Волгоград һәм Ленинград ҡалалары эргәһендә ҡаҙып алынған. Ер ҡуйынында һаҡланып ҡалған әйберҙәр буйынса уларҙың хужаларын да  асыҡларға була. Мәҫәлән, был котелокта яугир Габкин Юрий тип яҙылғаны күренә.
Бөгөнгә тиклем Башҡортостандан 120 мең кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпәләнә. Тантаналы  йыйылышта Рөстәм Хәмитов  белдереүенсә, республиканың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан һуғышҡа 6 уҡсылар, 4 каварелия дивизияһы оҙата. Фронт һыҙығына 700 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ юллана. Уларҙың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡала.
Һуғыш еле һәр ғаиләгә үтеп инә. Республикала бер өйҙән 9  яугир сыҡҡан  осраҡтар ҙа бар. Яҡташтарыбыҙ һәр ваҡыт алғы сафта бара, Башҡортостандан 300 меңгә  яҡын һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 46 кеше иһә «Дан ордены»ның тулы кавалеры. Беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслы,  яу һәм тыл ҡаһармандары хаҡында хәстәрлек иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Ҡәһәрле һуғыш осоронда барыһы ла фронт, барыһы ла еңеү өсөн тигән һүҙҙәр  тормош девизына әйләнә. Тыл ҡаһармандары үҙҙәре аслыҡ-яланғыслыҡта йәшәһә лә бар тапҡан-таянғанын фронтҡа оҙата.
Шәмсиһан Танһыҡҡужина, тыл ветераны: «Йәй буйы ашлыҡ һуғабыҙ ҙа көҙгә инһәк армеецтарға бейәләй бәйләнек фронтҡа. Уныһы ғына етмәй картуф киптереп оҙатабыҙ,  үҙебеҙ сәскән картуфты, үҙебеҙгә ашарға юҡ».
Йәүҙәт Сөләймәнов, тыл ветераны: «43-се йылда  свердловскига торф ҡаҙырға ебәрҙеләр, 13 йәшлек баланы. Ҡатындар асҡа үлә, ер өҫтөндә үлә».
Дүрт йылға яҡын дауам иткән алышта еңеү өсөн илгә юғары хаҡ түләргә тура килә. Был дәһшәтле йылдарҙан һуң  яндырылған ауыл-ҡалалар, ил тулы етемдәр тороп ҡала. Башҡортостанда ғына атай-әсәһеҙ балалар һаны  дүрт тапҡырға артып 16 меңгә етә. Әммә еңеүсе халыҡ бирешмәй.  Илде тергеҙеп аяҡҡа баҫа.  Киләсәк быуын мул һәм тыныс тормошта йәшәһен өсөн.    
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку