Бөйөк Еңеүгә 30 көн

Бөйөк Еңеүгә 30 көн 08.04.2015

Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәмәғәт палатаһы ағзалары Еңеүҙең 70 йыллығына арналған автосәйәхәткә сыҡты. Башҡа ошондай сараларҙан айырмалы маршрут бер көнгә генә иҫәпләнгән.

Акцияны ойоштороусылар көнөнә генә барып төрлө район ветерандарын ҡотлай, бүләктәр тапшыра. Автосәйәхәттә студенттар ҙа ҡатнаша. Улар  һәр ветеран алдында бәләкәй генә концерт менән сығыш яһай.
«Еңеүгә йөҙ көн» проекты ғинуарҙа уҡ башланғайны. СМС-хәбәрҙәр ярҙамында һәм махсус иҫәпкә теләгән һәр кем аҡса күсерә алды. Улар ветерандарға ярҙамға йәнәлтеләсәк. Әйткәндәй, хәйриә марафоны 9 майға тиклем асыҡ. Бөгөн иһә  360 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.
Алла Кузьмина,  Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе:
«Автосәйәхәт менән Еңеү көнөнә егерме, ун көн ҡалғас та сығасаҡбыҙ. Төрлө райондарға барырға йыйынабыҙ. Шул иҫәптән Яңауыл районына. Иҫәпкә күсерелгән аҡсаларҙың шаҡтай ҙур өлөшө тап ошо төбәккә тура килә. Әйтергә кәрәк ветерандарға һәр кем шәхсән  ярҙам итә ала. Бының өсөн 3443 һандарына Победа тип яҙып СМС та ебәреү етә».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика