Бөйөк Еңеүгә 100 көн ҡалды

Бөйөк Еңеүгә 100 көн ҡалды 30.01.2015

Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостанда республика мәрхәмәт марафоны башланды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү өсөн төбәк халҡының, учреждениеларҙың һәм предприятиеларҙың, урындағы үҙидара органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү - сараның төп маҡсаты һанала. Марафондың тәүге геройы Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе Григорий Девятых. Әйткәндәй, ул бөгөн туҡһан йәшен билдәләне.

Григорий Девятых ихлас, саф күңелле кеше. Тормошто, йәшәүҙе яратҡан ветеран йәштәрҙе фәһемле кәңәштәре менән  рухландыра, йыуата белә. Оптимист замандашыбыҙҙың ауыр һынауҙар аша үтеүен күҙ алдына ла килтереп булмай. Ашарына үҙе бешереп, яңғыҙы булһа ла дәртләнеп донъя көтә ул.
Григорий Девятых, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Йәш күңеллемен, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйем. Тормош иптәшемдән дә уңдым. Бер-беребеҙҙе аңлап, тырышып донъя көттөк. 64 йыл бергә торҙоҡ. Балаларымдың изгелеген күреп йәшәгәнгә лә ошо йәшкә еттем  инде».
Григорий Михайлович 1925 йылда Удмурт республикаһында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Үҫмер 15 йәшенән Ижевск ҡорал заводында эш башлай. Өс йылдан һуң  Бөйөк Ватан һуғышы башланғас үҙ теләге менән  фронтҡа китә. Шулай ҙа һуғыштың алғы сафына эләкмәй. Ульянов өлкәһенең хәрби часендә бер айлыҡ курс үткәс, беренсе Украина фронтына пулеметсы итеп ебәрелә. 1944 йылдың февралендә ҡаты яралана. Ете тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, яралар  уңалмай. Аяҡ-ҡулымда ҡалған дошмандың мина ярсыҡтары һуғыш осорон хәтерләтә, ти яугир. Госпиталдән һуң ул Силәбе танк мәктәбендә курс үтеп  танкист булып Берлинғаса  барып етә... Хәҙер барыһы ла яҡшы... Донъяла именлек булырға тейеш кеүек. Көнбайыш илдәрҙә барған хәл-ваҡиғаларға Григорий Девятых тыныс ҡына ҡарай алмай.
Хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре. Ә ветеран ҡыҙҙары менән бергә марафонды ойоштороусыларға фронт йырын башҡарҙы. Был пулеметсы-танкисттың яратҡан йыры...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку