Бөйөк Еңеүгә 100 көн ҡалды

Бөйөк Еңеүгә 100 көн ҡалды 29.01.2015

Ошо уңайҙан иртәгә Башҡортостанда республика мәрхәмәт марафоны эш башлай.  

Акцияның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан халҡының, учреждениеларҙың һәм предприятиеларҙың, урындағы үҙидара органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү. Ойоштороусылар фекеренсә, марафон барышында республикала йәшәүселәр оло быуын вәкилдәренә хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт һәм гражданлыҡ позицияһын белдерә аласаҡ. Акция 9 майға тиклем дауам итә. Сара барышында йыйылған аҡсалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку