Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына республикала күләмле саралар планы әҙерләнә

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына республикала күләмле саралар планы әҙерләнә 09.09.2014

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, киләһе йылдың майында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур концерт ойошторола, ә Совет майҙанында балалар хоры сығышы планлаштырыла.

«Башҡортостан» киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышы темаһына фильмдар күрһәтәсәк, Милли музей «Еңеү һалдаттары» тигән күргәҙмә әҙерләй. Өфөлә Башҡортостандан һуғышҡа алынғандар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, әле тыл хеҙмәтсәндәре меморалы өсөн урын билдәләнә. Мемориал проекты буйынса конкурс иғлан ителгән. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү саралары ошо көндәрҙә Калугала мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм бөтә төбәктәр вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку