Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әленән үк ныҡлы әҙерлек эштәре бара

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әленән үк ныҡлы әҙерлек эштәре бара 05.09.2014

Ваҡыт бар һымаҡ тойолһа ла, республикабыҙҙың һәр төбәгендә тиерлек Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әленән үк ныҡлы әҙерлек эштәре бара.  

Күгәрсен районының Волостновка ауыл биләмәһенә ҡараған ҙур булмаған Түләбай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 51 кеше һуғышта ҡатнаша. Уларҙың 30-ы яу яланында ятып ҡала. Иҫән ҡатҡандарынан да ауылда бары тик бер ветеран ғына ҡалған. Ләкин яугир ауылдаштарын онотмайҙар бында. Элек был хаҡта ауыл клубы эсендәге стенд ҡына хәтерләтеп торһа, быйыл түләбайҙар уйлашып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡоя.  
Һәйкәл булдырыуға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Кемдер аҡса тапшыра, был эштән ауылдан сығып киткәндәр ҙә, урындағы ауыл хакимиәте лә ситтә ҡалмай, бәғзеләр төҙөлөш материалдары бирә. Һәйкәл ҡойоуҙы Түләбайҙар ауылдашы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педогогия университеты уҡытыусыһы Фаил Хисмәтуллинға ышанып тапшыра.
Һәйкәл асыу тантанаһына ауылдың олоһо ла, кесеһе лә йыйылды, ҡасандыр сығып китеп, хәҙер ситтә йәшәүселәр ҙә ҡайтты. Яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Һуғыш һәм тыл ветерандары байрамда йола буйынса  түрҙән урын алды. Улар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Кадр артында: Тантанала ҡатнашыусылар артабан бының менән генә сикләнмәйенсә һәйкәл тирәһен  матурлау, эргәһендәге мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү һәм бының өсөн Күгәрсен районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү мәсьәләләрен дә күтәрҙе.
Шамил Кучуков

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку